Был аҡсалар "Һаҡсы Фәрештә" ойошмаһы иҫәбенә күскәс тә, спанбондтар, сеткалар, шнурҙар етештереүсе предприятиелар менән 4 договор төҙөлгәйне.
Һәм бына, ниһайәт, бөгөн таңға спанбондтар менән шнурҙар Баймаҡҡа килеп тә етте!!! Ура!!!
Материалдарҙы алып ҡайтыуҙы ойоштороусы Баймаҡ районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Нәҙерғолов Фәнил Рәмил улына, МУП "Водоканал" директоры Баййегетов Фаяз Ғәзиз улына һәм водитель Исҡужин Рузил Шамил улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Материалдарҙың килеп етеүен түҙемһеҙлек менән көтөп торған оҫта ҡулдарыбыҙ бал ҡорттары кеүек гөжләшеп бөгөн үк эштәрен башлап ебәрҙеләр.
Ошо изге эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
МИЛӘҮШӘ ЮЛДАШБАЕВА.