Бөтә яңылыҡтар

Шөғөлөнән йәм таба

Бынан 3 йыл элек илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс Баймаҡ ҡалаһынан Гөлфиә Рәхимова улын махсус хәрби операцияға оҙата. Әсә кеше башта үҙенә урын таба алмай аҙаплана. Әммә тора-бара үҙен ҡулға ала. Был тәңгәлдә уға яңы шөғөлө ныҡ ярҙам итә. -Ротангтан сәскәләр һауыты үтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласағы тураһында иғлан күҙемә салынды. Шунда уҡ бала сағым иҫемә төштө. Атайым колхозда ат ҡараусы булып эшләне. Әсәйем бейәләр һауҙы. Улар йыл һайын йылҡыларын алып йәйләүгә сыға торғайнылар. Атайым буш ваҡыттарында йәш муйыл ағасы ботаҡтарынан ат санаһы үрә торғайны. Ул саналар ел-дауылды үткәрмәне. Ҡәҙерлемдең ҡулы ипле, эш белә ине,--тип һөйләй Гөлфиә Рәис ҡыҙы.

Шөғөлөнән йәм таба
Шөғөлөнән йәм таба

Оҫталыҡ дәресендә тәүге таҡыр шөғөлләнгәс тә ҡатын был кәсептең айышына төшөнә. Артабан үҙе яңы схемалар уйлап сығара башлай. Ике йыл дауамында Гөлфиә Рәхимова ротангтан сәскә һауыттары, кәрзиндәр, һандыҡтар, өҫтәл һәм ултырғыстар үрергә оҫтарып ала. Ул үҙенең ҡул эштәрен социаль селтәрҙә күрһәтә һәм төрлө күргәҙмәләргә алып сыға. Быйыл Гөлфиә ханым ҡыҙы менән бергә «Башҡорт аты» фестивалендә уҙғарылған оҫталар йәрминкәһендә ҡатнаша.

-Был шөғөлөм мине күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән ҡотҡара. Саҡ ҡына буш ваҡытым булһа яратҡан йырҙарымды ҡуйып алам да йәнем теләгән әйберҙе үрергә тотонам. Үҙем бер туҡтауһыҙ доғаларымды уҡыйым, улдарыбыҙ махсус хәрби операциянан имен-һау әйләнеп ҡайтһын тип теләйем,--ти яугир әсәһе.

Гөлфиә Рәис ҡыҙы 30 йылдан ашыу мәктәптә технология фәненән уҡытҡан. Ире--участка урмансыһы Сәйғәфәр Ғәйфулла улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Рәзиф күптән ғаилә ҡорған, атай булған. Уртансылары Ғәлинур махсус хәрби операцияға киткәнгә ҡәҙәр өйләнгән. Гөлназ ҡыҙҙары юғары уҡыу йорто студенткаһы.

Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне.

Шөғөлөнән йәм таба
Шөғөлөнән йәм таба
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас