Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеселәрен Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова сәләмләне. Ул конкурсанттарға башҡорт халҡының йола поэзияһының бер төрө булған мөнәжәт, нәсихәт әйтеүҙе тергеҙеү, йәш быуынға еткереү өсөн рәхмәтен бедерҙе һәм уңыштар теләне.
Төбәк–ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһендә ҡатнашырға теләк белдереүсе Баймаҡ, Хәйбулла, Ҡыйғы, Әбйәлил, Архангель, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарынан 50-гә яҡын конкурсанттан ғариза ҡабул ителде. Әйтергә кәрәк, уларҙың һәр ҡайһыһы бәйгегә ихлас әҙерләнеп килгән, мөнәжәттәр, нәсихәттәрҙе урын еренә еткереп башҡарҙы. Милли кейемдәре лә килешле һәм ҡайһы ырыу вәкилдәре булыуын асыҡ сағылдырҙы.
Конкурсҡа йыл һайын тиерлек ҡатнашҡан, мөнәжәт башҡарыусылар мәктәбен үткән, хәҙер үҙҙәре үк ныҡлы нигеҙгә таянып эш иткән конкурсанттар менән бергә тәүге тапҡыр бәйгегә ҡатнашырға йөрьәт иткән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан, Ҡыйғы районынан килеүселәр үҙҙәре өсөн ысын мәғәнәһендә сәнғәт мәктәбен үтте тиһәк һис тә яңылыш булмаҫ. Улар ысын мәғәнәһендә мөнәжәт өлгөһөн күреп һоҡланды, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләрен тыңланы, нәсихәттәрҙе ишетте.
-Билдәле ғалим-фольклорсы Кирәй Мәргәндең “Башҡорт халыҡ ижады” китабына күҙ һалғанда, мөнәжәт тәбиғәте, йәшәү формаһы менән бәйеткә яҡын. Ул күбеһенсә дини темаларҙы сағылдырған һәм мотлаҡ рәүештә көйләп башҡарыла торған булған,--ти Арғаяш районы мөнәжәтсеһе Әлфирә Аҫылгәрәева.-Быға тиклем Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Мөнәжәтселәр” конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яуланым. Башҡортостанға башҡаларҙан өйрәнергә, кәңәш алырға, уларҙың сығыштарын күрергә килдек. Ысынлап та, мөнәжәттең яңы өлгөләре менән таныштыҡ, халыҡтың был жанрға өҫтөнлөк биреүен күрҙек, сүрәләр тыңланыҡ.
Ейәнсура Районының Иҫәнғол ауылынан Нурия Ҡуңысбаева ике уҡыусыһы--Айсулпан Тоҡомбәтова менән Рәйлә Ишаринаны алып килгән. Етәксе ҡыҙҙары менән бергә мөнәжәт әйтте.
-Уҡыусыларым боронғо өгөт-нәсихәттәрҙе, мөнәжәттәрҙе ишетһен, белһен, өйрәнһен, отоп алһын тигән ниәттә алып килдем,--тине Нурия Мөхтәр ҡыҙы.
Гран-при яулаған “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Шәмсетдинова әйтеүенсә, улар мөнәжәт башҡарыусылар конкурсына етди әҙерләнеп килгән: “Тәүге тапҡыр ҡатнашмайбыҙ. Һәр саҡ яңы мөнәжәт, нәсихәттәр өйрәнеп сығыш яһайбыҙ. Конкурста ҡатнашыу беҙгә бик оҡшай, дини нәсихәттәрҙе Ҡорбан ашы, Рамаҙан айҙарында төрлө дини саралар үткәргәндә, мәжлестәрҙә башҡарабыҙ,--тине етәксе.
-Конкурстың маҡсаты--башҡорт халҡының милли мәҙәниәтендәге һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын ошо жанрҙы тергеҙеүгә йәлеп итеү, йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү. Бәйге шарттарына ярашлы, быйыл конкурс мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләре номинациялары буйынса билдәләнде. Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабынан сүрәләр көйгә һалынып тәҡдим ителде,--тине Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина.-Шуныһы ҡыуаныслы: быуындан-быуынға күсә килгән ауыҙ-тел ижадының онотола барған өлгөләрен ҡасандыр үҙҙәре өләсәй-әсәйҙәренән ишетеп, отоп алған ағинәйҙәр менән бергә урта быуын ҡатын-ҡыҙҙары, бигерәк тә йәштәрҙең һәм балаларҙың сәхнәгә сығып, мөнәжәт башҡарыуы һәм нәсихәт әйтеүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Артабан «Мөнәжәт һәм нәсихәтте башҡарыу сәнғәтен тергеҙеү. Сүрәләрҙең тәрбиәүи йоғонтоһон халыҡҡа еткереү һәм әүҙем пропагандалау» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Бында Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина был жанрҙарҙың төрлөлөгө тураһында һөйләне, уларҙы айырырға һәм ҡуллана белергә өйрәтте. мөнәжәт, нәсихәт әйтеү серҙәре, уларҙың ниндәй жанрға ҡарауы, башҡарыу оҫталығы, дини темаға ҡараған мөнәжәт һәм нәсихәт башҡаларҙан ни яғы менән айырылыуы, ҡобайыр әйтеү алымдары хаҡында оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ижад лабораторияһында сәсәниә Асия Ғәйнуллина, башҡорт халыҡ ижадына ҡараған ауыҙ-тел өлгөләрен донъя кимәленә сығарыусы булараҡ та үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Фекер алышыуҙа һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды, шунда уҡ мөнәжәт, ҡобайыр әйтеп ҡараны, үҙ хаталарын танып, ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Жюри ағзалары һәр конкурсанттың сығышына аныҡ анализ эшләгәндән һуң, урындар билдәләнде. Конкурсанттарға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Асия Солтан ҡыҙы конкурстың даими бағыусыһы--Өфө ҡалаһынан “Башбланкиздат” ойошмаһы директоры Гөлсәсәк Әлибаеваға, Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Сибай сәнғәт колледжы етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Гөлдәр Ҡадаева.