Бөтә яңылыҡтар

Айзилә Фәнис ҡыҙы грант яуланы

Башҡортостанда балалар баҡсаларының иң яҡшы 50 йәш тәрбиәсеһенә тантаналы рәүештә 500 000 һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Был гранттар—Республика Башлығы конкурсында еңеү өсөн награда.

Айзилә Фәнис ҡыҙы грант яуланы
Айзилә Фәнис ҡыҙы грант яуланы

Еңеүселәр араһында яҡташтарыбыҙҙың булыуы менән ғорурланабыҙ! шуларҙың береһе—Хәйбулла районы Маҡан ауылынан Тусалина Айзилә Фәнис ҡыҙы. Ул Маҡан ауылының «Миләшкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Айзилә Фәнис ҡыҙын ошо лайыҡлы еңеү менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас