Яугир Арман Мифтахов махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта. Ул батыр яугир генә түгел, ә үҙенең бәләкәй Ватанының ысын патриоты ла.
Арман Әбйәлил районы Тупаҡ ауылында тыуып үҫә. 9-сы класты тамамлағас, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 2019 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла. Арман һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыяллана. Һәм уның хыялы тормошҡа аша. Егет Омск ҡалаһына десант ғәскәрҙәренә ебәрелә. Армияға тиклем үк ул әсәһенә, әгәр ВДВ-ға эләкһәм, мотлаҡ контракт төҙөйөм, тип әйтә. Ул үҙ һүҙен тотоп, яҙмышым хәрби эшкә бәйләй. Махсус хәрби операция башланғас та хеҙмәттәштәре менән Ватан һағына баҫалар.
Өс баланы яңғыҙ тәрбиәләгән әсәһе тәүҙә ныҡ борсола. Аҙаҡ улының ҡарары менән килешә. Бөгөн Арман—әсәһенең, һеңлеһенең, ҡустыһының төп терәге.
—Беҙ башҡорттар—көслө рухлы, бирешмәйбеҙ,—ти «Өфө» позывнойын йөрөтөүсе яугир.
Арман бик кеселекле, мәрхәмәтле, оло йөрәкле кеше. Рауил ауылындағы «Ҡурай» үҙәге балаларына Яңы йыл күстәнәстәре ебәрә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бүләк итә. Уҙған йыл күп балалы ғаиләгә һыу скважинаһы ҡаҙыуға аҡсалата ярҙам итә. Озерное ауылы мәсетенә самауар һәм һауыт-һаба алып бирә. «Алһыу» мәсетен ремонтлауға аҡса бүлә. Рамаҙан айында ололарға бүләктәр тарата.
Шәфәҡәтле, изгелекле яугирҙең имен-һау ҡайтыуын теләйек!