АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Бер үк «тырмаға» баҫмағыҙ!

Халыҡты күпме генә киҫәтеп торһаң да үҙҙәрен «Домофон Сервис» һәм «Энергосбыт» йәмғиәттәре хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, мутлыҡ ҡылыусылар тоҙағына эләгеүселәр кәмемәй. Әйтәйек, быйыл июль айында 1956 йылғы пенсионер иргә «WhatsApp» ҡушымтаһы аша шылтыраталар. Ирҙең телефоны экранында «Домофон Сервис» тигән яҙыу күренә. Шылтыратыусы үҙен ошо компания хеҙмәткәре итеп таныта һәм иртәгә домофон ҡуйырға киләсәктәрен, уға нисә асҡыс кәрәклеген һораша. Шунан һуң ирҙең телефонына смс аша код килә һәм уны бәләгә тарыусы мутлашыусыға әйтә. Артабан иргә «Дәүләт хеҙмәттәре» («Госуслуги») логотиплы шылтыратыу була һәм ҡатын «Дәүләт хеҙмәттәре» хеҙмәткәре булыуын, аҡса урлаусылар уның иҫәбен «боҙоуын», хәҙер уны ФСБ һәм үҙәк банк вәкилдәре менән тоташтырасағын әйтә. Бурҙар уның аҡсаһын урламаһын өсөн ирҙән банк иҫәбендәге суммаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсереүен һорайҙар. Бәләгә тарыусы банкта йыйған 913 мең һум аҡсаһын алып, үҙ ҡулдары менән аферистар әйткән иҫәпкә күсерә.

 

 

Ошондай уҡ бәләгә 1960 йылғы хаҡлы ялдағы ҡатын тарый. Уға иһә «WhatsApp»тан «Энергосбыт»тан шылтыратыу була һәм компания хеҙмәткәре иҫәпләү приборын алмаштырыу кәрәклеген белдерә. «Кесаҙна һеҙгә белгес киләсәк. Электрон сиратҡа ҡуйыу өсөн смс-хәбәрҙәге кодты әйтегеҙ»,--тип үтенә.

Ҡатын кодты әйткәндән һуң, уға ялған Роскомнадзор хеҙмәткәре шылтыратып, мутлашыусылар яңы шылтыратыуын белдерә һәм телефонының экранын асып банк картаһын күрһәтеүен һорай. Артабан бәләгә тарыусынан бурҙар аҡсағыҙҙы урламаһын өсөн иҫәбегеҙҙән сисеп алығыҙ ҙа, беҙ әйткән хәүефһеҙ иҫәпкә күсерегеҙ тип күндерә. Шулай итеп ҡатын 300 мең һум аҡсаһынан «ҡолаҡ ҡаға».

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге иҫкәртә:

1.Телефондан һөйләшкәндә шик тыуһа, аралашыуҙы туҡтатығыҙ. Аҡсағыҙҙың имен булыуын белер өсөн финанс-кредит учреждениеһына шылтыратып белешегеҙ.

  1. Әгәр телефондан шылтыратып үҙҙәрен полиция йәки башҡа хоҡуҡ һаҡлау органы, банк хеҙмәткәре, йә булмаһа яҡынығыҙ, туғанығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә тарыуы хаҡында әйтһәләр, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Теге йәки был ойошманың рәсми сайтында күрһәтелгән телефон һандарына, туғанығыҙға шылтыратығыҙ.
  2. Спам-шылтыратыуҙарҙы блокка ҡуйған ҡушымталарҙы, йәки элемтә операторҙарының ошо опцияһын ҡулланығыҙ.
  3. Банктағы иҫәбегеҙ, банк карталары белешмәләрен сит кешеләргә әйтмәгеҙ. Һаҡлыҡта ятҡан аҡсағыҙҙы ят кешеләр һорауы буйынса улар әйткән иҫәпкә күсермәгеҙ.
  4. Гаджеттарығыҙға бер ваҡытта ла шылтыратыусы һораған ҡушымталарҙы һәм программаларҙы ҡуймағыҙ.
  5. Финанс-кредит ойошмалары, хоҡуҡ органдары мессенджерҙар ярҙамында аралашмай, смс-хәбәрҙәге һандарҙы, банк картаһы артындағы 3 һанлы кодты (CVV2, CVC2), картаның ҡулланыу ваҡытын, иҫәптәге аҡсаның күләмен, банкоматтан аҡса сисеүегеҙҙе, техник ярҙам аша ҡушымта ҡуйыуығыҙҙы, ҡулаҡса һәм банктағы иҫәпте ҡулланып, мутлыҡ ҡылыусыларҙы асыҡлауҙа ярҙам һорамай.

 

Һаҡ булығыҙ, һәр мәғлүмәтте тикшерегеҙ. Кеше аҡсаһын үҙләштереүселәр мәғлүмәт тикшергәнде яратмай, улар ҡарарҙы тиҙ ҡабул итергә өндәй. Провокацияға бирелә күрмәгеҙ.

Ришат Вафин, Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлеге начальнигы, юстиция подполковнигы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас