

Зарина Исламова бәләкәй сағынан уҡ «Ҡара аждаһа» клубында көнсығыш һуғыш төрҙәре менән шөғөлләнә һәм баштан үҙен маҡсатҡа ынтылыусан спортсы итеп таныта. Ул кикбоксинг һәм тай боксы буйынса Башҡортостан, Рәсәй чемпионкаһы, төбәк-ара ярыштарҙа бик күп миҙалдар яулауы менән дә алдыра.
Иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе—2024 йылда Грецияла уҙған U23 донъя чемпионатында алтын миҙал яулауы. Унан һуң Таиландтың Раджадамнерн легендар стадионында көслө дәғүәселәрен еңеп, халыҡ-ара титулға өлгәште. Бангкоктағы һуңғы еңеүе лә уның ныҡышмал хеҙмәте емеше. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә уҙғарылған ярыштарҙа гел алдынғы урындар биләй.
Сибай йәштәре уның уңыштарын күҙәтеп бара һәм һәр яҡлап уға оҡшарға тырыша. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Зарина тренеры Руслан Кривушаға, командаһына, партнерҙарына, турнирҙы ойоштороусыларға, «Ҡара аждаһа» клубы, Сибай балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәкселегенә, тренеры Александр Гавриловҡа, миңә ышанған һәр кемгә рәхмәт белдерәм!—тип яҙҙы ҡыҙ. -Бангкоктың иң шәп стадиондары рингына күтәрелеү минең өсөн оло мәртәбә. Һәр алышым теләһә ҡайһы дәғүәсегә ҡаршы тороуға әҙерлек мәктәбе. Тыуған ҡаламды, республикамды, илемде халыҡ-ара аренала танытыуыма ифрат шатмын.
Гөлдәр Ҡадаева.
Фото Зарина Исламованың шәхси архивынан.