

Был урында 1919 йылда 1917-1922 йылдарҙа Граждандар һуғышы мәлендә Совет власы өсөн көрәшеп һәләк булған беренсе Преображенск ревкомы ағзалары һәм ҡыҙылармеецтар ерләнгән. 1920 йылда ошо урында уҡ Маҡайлы восстанияһын баҫҡан ваҡытта һәләк булған 150 ҡыҙыл армеец туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған.
Оло быуын вәкилдәре был тарихи урында пионер, комсомол ойошмалары уҙғарған хәтер митингыларын яҡшы хәтерләй. Уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағына ҡәҙәр был урында совет архитектураһы өлгөһөндәге обелиск та тора. Уға оҡшаш Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған һәйкәл район мәҙәниәт йорто янындағы скверҙа ла була. 1980 йылдар башында ауылда берҙәм хәтер комплексы булдырыу ҡарары сығарыла. Тап шул ваҡытта туғандар ҡәберлеге биләмәһендә ике яугир һыны ҡалҡып сыға, улар бөгөн дә шул килеш тора. Майҙансыҡ яңыртылып тора, тематик яҡтан киңәйтелә. 16 йыл элек бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең исем-шәрифе яҙылған мәрмәр плитәләр ҡуйыла.
2023 йылда иһә йылайырҙар Бөйөк Ватан һуғышына төбәктән алынған барлыҡ яугирҙәр исемлеген индереп мемориал комплекс булдырыу мәсьәләһен урындағы башланғыстар яҡлау программаһы аша хәл итеүҙе күтәреп сыға. Әйткәндәй, һуғыш мәлендә урында
Матрай һәм Йылайыр районының ике хәрби комиссариаты эшләп, ике урындан һалдаттарҙы яуға оҙаталар.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы проекты конкурстың һайлап алыу турынан үтмәй. Әммә халыҡ идеяһынан баш тартмай. Был проектты торомошҡа ашырыу буйынса бөтә көсөргәнеште, шул иҫәптән финанслауҙы Йылайыр ауыл биләмәһе үҙ өҫтөнә ала.
-Оҙаҡ йылдар райондан 7585 кеше һуғышҡа алынған тип иҫәпләнде. Ошо һан бөтә документтарҙа һәм докладтарҙа күрһәтелде,--ти Надежда Ивановна.-Мемориалды яңыртыу буйынса ауылдарҙағы ветерандар ойошмалары әүҙем эш алып барыуы һөҙөмтәһендә был исемлеккә тағы ла 1 меңдән ашыу кеше өҫтәлде. Был бик мөһим проект. Бөйөк Еңеүҙе яулауға өлөш индергән бер кеше лә онотолорға тейеш түгел. Мемориал периметры буйлап металл каркаслы ҡоролмаға плитәләр ҡуйылып уларға яугирҙәрҙең исем-фамилиялары яҙылды. Бөтә ергә лә тротуар плитәләре түшәлде. Шулай итеп Хәтер майҙансығы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына яңы төҫ алды. Шулай уҡ ундағы плитәләргә локаль һуғыштарҙа, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың исемдәре лә яҙылды. Йылайырҙар батыр улдарын онотмай.
Бынан тыш, мемориалда онотолоп йәки ни сәбәптәндер исемлектән төшөп ҡалғандар өсөн, ҡыҙғанысҡа күрә, ундай ҙа бар, резерв плитәләр ҡалдырылған. -Мәҫәлән, мин үҙем генә был исемлеккә бер нисә яҡын кешемдең исем-шәрифтәрен өҫтәттем,--ти Сибай ҡалаһының ветерандар Советы рәйесе Рәшит Иҙрисов, яҡташтарының ҙур эшен хуплап.-Ысынлап та, хәтерҙе мәңгеләштереү йәһәтенән йылайырҙар бик ҙур эш эшләгән. Уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ, сөнки республиканың ҡала һәм райондарында бындай күләмле эш башҡарылыуын ишетмәнем. Афарин, йылайырҙар! Иң беренсе нәүбәттә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовҡа, район Советы рәйесе Надежда Ивановна Булавинаға, иҫтәлекле урынды булдырыуға тос өлөш индергән һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм! Еңеү яулап, беҙгә тыныс тормош бүләк итеүселәрҙе онотороға хаҡыбыҙ юҡ. Тарихты ваҡытында һәм дөрөҫ яҙырға кәрәк.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Надежда Ивановна Булавинаға «Йылайыр районының почетлы гражданы» маҡтаулы исеме бирелде. Уны ошо уңайҙан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлдәр Ҡадаева.