

Халыҡтың теләген иҫәпкә алып, көнкүреш әйберҙәре лә һатыла. Шулай ҙа магазиндың бер яҡ мөйөшөндәге кәштәлә күҙҙең яуын
алыр төрлө төҫлө туҡымаларҙың күплелеге һәм сағыулығы үҙенә йәлеп итте. Әйберҙәр араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре, төрлө ҡашмау-селтәрҙәр, муйынсаҡтар урын алған. Ултырғыс түшәктәре ҡорама менән эшләнгән, буй һәм арҡыры юрғандар ҙа бар.
—Беҙҙең ауылда дәртле, уңған, йыр-моңға маһир халыҡ йәшәй. Ауылыбыҙҙа ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын- ҡыҙҙар ойошмалары ла әүҙем эшләй, мәҙәниәт йорто элек-электән ра-йонда иң яҡшылар рәтендә. Бер нисә бейеү, фольклор, вокал ансамблдәре бар. Һәр ансамблдең үҙ күлдәк-камзулы. Ағинәйҙәр бер иштән сәхнә кейеме тектерергә булдылар ҙа миңә сифатлы һәм матур булған туҡыма алып килергә ҡуштылар. Шулай итеп, туҡымалар ҙа һата башланыҡ, артабан һораусылар күбәйә төштө: кемгәлер камзул кәрәк, икенселәренә—ҡушъяулыҡтар, бәғзеләренә—түшәк өсөн еңел йомшаҡ булған материалдар. Тауарға Магнитогорск ҡалаһына йөрөйбөҙ, Юлдыбай эшҡыуары икмәк алып килһә, Орск йүнселдәре туңдырма, колбаса-сырҙар ташый. Аҙыҡ-түлек һәр саҡ яңы, сифатлы һәм тәмле, шуға күрә һатып алыусылар ҙа күп. Кәрәк булғанда, ауылдаштарға яҙып та тауар биреп ебәрәбеҙ, ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре эшләгән биҙәүестәрен, селтәр-ҡашмауҙарын һатырға ла ҡуя. Сибай-Өфө, Ира-Магнитогорск автобус юлының ауыл эргәһеннә үтеүе бигерәк тә отошло, юлаусылар һәр саҡ туҡтап, кәрәк-яраҡтарын алып китә,—ти эшҡыуар Ҡанифа Әбдрәхим ҡыҙы.
Эшҡыуарлыҡҡа улар 1995 йылда килгән. Тәүҙә сумкалар менән йөкмәп, ауыл буйлап йә иһә райондарҙағы баҙарҙа һатһалар, артабан ауылда үҙҙәре магазин төҙөп, уны 2005 йылда асалар һәм ауыл янындағы «Байҡас» тауының исемен бирәләр.
Йөҙөнән нур бөркөлөп торған һөйкөмлө һатыусы янынан бер кем дә буш ҡул менән сығып китә алмай.