АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Кейәүҙең исеме кем?

Мин Ирәндек сельпоһына эшкә сыҡҡан мәлдә коллектив йәш һатыусы ҡыҙҙар мн тулыланды. Күбеһе әле тормошҡа ла сыҡмаған йәш ҡыҙҙар. Яңғыҙ булғас кемгә отпуск, кемгә декрет ялы бирергә кәрәк - беҙҙе ебәрәләр төрлө ауылдарға. Миңә Атанғолда, Абҙаҡта, Казанкала, Күсейҙә, Иҫән бәттә , Төркмәндә лә эшләп китергә тура килде. Икенсе килеүемдә, яҙмыштыр инде, ошонда ғүмерлеккә тороп ҡалдым.Элеккесә, Сибайға базаға барһаҡ, бергә эшләгән ҡыҙҙар мн осрашып геү килешеп алабыҙ һөйләшеп. Мине кейәүгә сыҡҡандан һуң күргәне юҡ ине Миңзифаның. "Еҙнәйҙең исеме кем?" тип ҡырбыуынға төштө бит был. Мин иптәшемдең боронғоса ҡушылған исемен әйтергә уңайһыҙланам. Был уның һайын ҡыҫмаҡҡа ала. Ахырыһы "Шәһәрғәзи" тип әйттем инде. Бына бит был шырыҡ- шырыҡ көлә башланы. Ҡабатлай ҙа көлә, ҡабатлап әйтә лә көлә. (Ҡыҙҙар ҡыйыш буҡтан да көлә тигәне шулдыр инде; табылды бит быға мәрәкә. Көлгәнгә көлә етерен белмәгәндер инде. Йәшлек шуныһы менән ҡыҙыҡ та бит инде).Шулаай. Бер ваҡыт был үҙе кейәүгә сығып китте икенсе ауылға. Унда ла шул сельпоға эшкә урынлашҡан. База - дүрт районға общий, вис Сибайға киләбеҙ. Осраштыҡ һылыуым менән. Хәҙер минең сират кейәү баланың исемен һорашыу. Әйтмәйем ти ҙә ҡуя. Ныҡышам, әйтмәй, һыны ҡатып көлә лә ҡуя....Әйттерҙем барыбер!

 Тәңребирҙе тигәнде ишеткәс... аръяғын һөйләмәһәм лә төшөнөрһөгөҙ. Таяҡ ике осло була шул.
Телде теш артында тотоңҡорар кәрәктер ул берәй нәмә әйтергә ҡысып торһа ла.

 

Гөлзифа Исрафилова.

Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас