

Мәктәптә уҡыған саҡтарымда «Әүҙем бул, бирешмә, һин бирешә торғандарҙан түгел» тип әйткәндәре һаман ҡолаҡта яңғырай. Бар эште лә яратып эшләһәң генә күңел тыныслығы табасағыма ла, эшләнгән эштең һөҙөмтәһе күреп ҡыуанырға ла, ә ҡайһы саҡта бер эшкә күңелең төшмәй, ҡулға эш бармай, хатта бер ни кәрәкмәй илаған саҡтарыңда киренән баш күтәреп йылмайып, бер ни булмағандай ҡарарға ла һинән өйрәндем мин. Тормош барына ла яйлап өйрәтә, тик шул саҡтарҙа һынатмаҫҡа, бөгөлмәҫкә, үҙеңде ҡулға алырға ғына кәрәк икәнен дә һинән өйрәндем тип әйтә алам. Һүҙем минең Алдырханова-Каримова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы тураһында.
Өс йыл элек Моҫтай ерендә үткән «Ҡурайсыһын данлай Туғажман» байрамында ла Төркмән ауылы оҫтабикәләрен беренсе тапҡыр дифелега сығарып сәхнәлә үҙ эштәребеҙҙе күрһәтеүебеҙ ҙә уның инициативаһы. Хатта төркөмөбөҙгә «Ихлас» исемен дә Әлнисә Рәхимйәновна һайлағайны. Үткән аҙнала ойошторолған ҡул эштәре төркөмөнөң өс йыллығына арналған «Ихлас күңелдән» исемле сарала ла беҙҙең менән бергә булды. Сарала ҡатнашҡан йөҙләгән оҫтабикәләрҙең һәр береһенә йылы һүҙен йәлләмәне, һәр сығыштары өсөн ҡыуаныуын йәшермәне. Хатта үҙемдең юбилей кисәмдең тамадаһы ла ул ине. Ниндәй күңелле итеп алып барғайны юбилейымды. Аҙаҡтан әсәйем, минең изгеләрҙән изге фәрештәм, ҡат-ҡат рәхмәттәр әйткәйне.
Үҙе ихлас, илһөйәр, телһөйәр бит ул Әлнисә Рәхимйәновна. Бик күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы, уҡытыусыларҙың да Уҡытыусыһы. Шуға ла яулаған еңеүҙәре бихисап. Уның уңыштарын һанап китеү үҙе бер китап итеп сығарырлыҡ шул. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, яуаптары әҙер. Шуға ла күп ваҡыт мин кәңәшләшеп, һөйләшеп алам.Ә әлегә алда төрлө пландар, төрлө уйҙар, маҡсаттар.Һаулыҡ ҡына булһын, тормошҡа ашыр. Ошондай изге күңелле остазың булғас, бары тик алда, бергә-бергә матур итеп эшләргә генә ҡала.
Рәғиҙә Әхмәтшина.