Баймаҡтар еңеүгә өлөш индерә

Баймаҡ районы ирекмәне Лилиә Таҡаева хәбәр итеүенсә, бөгөн улар Ниғәмәт ауыл биләмәһе ирекмәндәре менән осрашҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡтар еңеүгә өлөш индерәБаймаҡтар еңеүгә өлөш индерә
Баймаҡтар еңеүгә өлөш индерә

Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Икенсе Этҡол ауылдары халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ебәреү өсөн гуманитар ылау йыйған. Улар аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, хужалыҡ тауарҙары, сәк-сәк, эсәр һыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйған. Үрге Яйыҡбайҙар 5 мең һумлыҡ дарыуҙар алһа, фармацевт Роза Зарипова шәхсән рәүештә 1 мең һумға медикаменттар һатып алып биргән. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт ???? Берҙәмлектә көс!!!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас