

Баймаҡ районының «Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторы Гөлназ Заманова хәбәр итә:
—Ишберҙе ауылында йәшәүсе Маликова Альбина Һөйөндөк ҡыҙы 6 балаға ғүмер бүләк иткән. Ғүмер буйы ауылда колхозда һауынсы булып эшләй, унан социаль хеҙмәткәр булып ололарҙы ҡарай һәм фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була.
Альбина апайҙың улы Нуриман (“Башҡорт” позывнойлы 25 йәшлек егет ) әлеге көндә МХО-ла.
Нуриман менән телефон аша осраҡлы ғына танышып киттек. Әсәйҙәр көнө яҡынлашып килә ине, ул әсәһен, йәғни Альбина апайҙы, ошо күркәм байрам уңайынан Баймаҡ телевидениеһы аша ҡотларға теләп тип үтенесен белдерҙе. Яугирҙең үтенесен кире ҡаҡмай, Альбина апайҙы зәңгәр экран аша ҡотлап та ҡуйҙыҡ.
Һуңынан иһә Ишберҙе ауылында тантаналы рәүештә зәңгәр яғыулыҡ (газ) үткәргән мәлдә Альбина апайҙың үҙе менән дә танышырға насип булды.
Альбина Һөйөндөк ҡыҙы: «Улымдың телевизор аша ҡотлауы минең өсөн донъялағы иң ҙур бүләк»,—тигәйне. Йөҙөнән йылмайыу китмәй, күҙҙәренән нур бөркөлә, ҡыуанысы эсенә һыймай ине...
Ә бөгөнгө көндә Нуримандан хәбәр юҡ...
Һүҙҙәр менән аңлатып бөтөрлөк түгел Альбина апайҙың хәлен...
Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙең Батыр исемле бер туған ҡустыһы бар. Исеме есеменә тап килеп тора. Батыр ҙа ағаһы кеүек оло йөрәкле, ярҙамсыл, итәғәтле бала. Ағаһы хәбәрһеҙ юғалғандан алып уның өсөн өҙгөләнә, ҡайғыра, уҡыу яғы ла насарая.
Батыр: «Ер йөҙөндә тыныслыҡ булыуын теләйем»,—ти һәм МХО-ға үҙ өлөшөн индерергә теләген белдереп миңә шылтыратты. Батырҙан доғалыҡ китабы, 1000 һум аҡса, костыль, трость ялға ҡайтҡан яугиргә—Ғүмәр ауылы егетенә тапшырылды.
Өҫтәп әйтеп үтке килә: Батыр велосипедтан ҡолап, Курган өлкәһендә 2 тапҡыр ҡатмарлы операция үткәрҙе, 1 йыл дауамында реабилитация үтте. Әлеге көндә ҡабаттан тикшеренергә Курган өлкәһенә барырға тейеш. Ләкин аҡса мәсьәләһе ауыр булыу сәбәпле юлға сыға алмай торалар...
Маликовтар ғаиләһенә сабырлыҡ теләйем, яҡшы хәбәрҙәр ишетергә Хоҙай насип итһен.
Гөлназ Заманованың һүҙҙәренә ҡушылып, Маликовтарға теүәллек теләйбеҙ. Нуриман иҫән-һау ҡайтһын, Батыр һауығып китһен!