Немец самолеты көпшәһенән эшләнгән ҡурай

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ата-бабаларҙан ҡалған изге йола буйынса ҡулдарында ҡорал менән бергә ҡурай алып фронтҡа китә.

Немец самолеты көпшәһенән  эшләнгән ҡурайНемец самолеты көпшәһенән  эшләнгән ҡурай
Немец самолеты көпшәһенән эшләнгән ҡурай

Дивизияның полк командиры ҡаһараман сардар, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсемов бигерәк тә ҡурай моңо тыңларға ярата. Үҙенең полкында хеҙмәт иткән ҡурайсы яугир Баҡый Вәлиевты, һирәк осраған ял минуттарында, һәр саҡ үҙенә саҡыртып алып, ҡурай уйната торған булған Күсемов. 1943 йылда төндә дошман уты аҫтында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда Вәлиевтың ҡурайы һыуға ағып китә. Быны белеп ҡалған ҡаһарман командир тәүҙә ныҡ асыуланып китә, аҙаҡ һағышланып йөрөй. Күсемов ҡурайсы яугирҙы: “иртәгә үк Уралға ебәрәм, йөрөйһөң ҡурайыңды юғалтып”, - тип әрләп тә ала. Бер мәл немец самолеты янып төшкәнен күреп, Күсемов ҡурайсы яугирҙы шунда ебәрә. Баҡый Вәлиев самолеттың алтын трубкаһынан ҡырҡып ҡурай яһап ала. Яңынан ҡурай моңон ишетеү менән Таһир Тайып улының күңеле иреп китә. Баҡый Вәли улы Вәлиев инде ҡурайын юғалтмай, фронттан алып ҡайта. Хәҙер был тарихи ҡурай Сибай ҡалаһының музейында һаҡлана. Шулай итеп, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай башҡорттоң яугирлыҡ тарихы менән тығыҙ бәйле, ҡурай ата-бабаларыбыҙҙың данлы үткәнен беҙҙең көндәргә алып килеп еткергән хәтер һандығы ла булып тора. Азат ЯРМУЛЛИН.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас