44 йыл ғүмерен медицинаға арнаған

Сибай балалар поликлинкаһының процедура кабинеты шәфҡәт туташы Рәйсә Әхмәтсафа ҡыҙы Янбаева Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында 11 балалы ғаиләлә тыуа. Атаһы Әхмәтсафа Мөхәмәтйән улы Юнысбаев Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булып, яуҙа күрһәтелгән ҡыйыулығы өсөн Советтар Союзы геройы исеменә тәҡдим ителһә, әсәһе Хәмиҙә Юнысбай ҡыҙы лайыҡлы рәүештә Герой әсә исемен йөрөтә. Ғәзиздәре 9 ҡыҙын һәм 2 улын һәр береһен уҡытып, һөнәр биреп оло тормошҡа сығара. Рәйсәләрен улар апайҙары Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙы (оҙаҡ йылдар Сибай инсттутында уҡыта) кеүек уҡытыусы итеп күрергә теләй. Ауылында 8-се класты бөткәс ҡыҙ ата-әсәһенең һүҙен йыҡмай Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Әммә күңеле был һөнәргә тартмауын аңлағас, ауылына кире ҡайтып Аҡморон мәктәбендә урта белем ала. Мәктәптә “Беренсе ярҙам” дәресен алып барған уҡытыусыһы ҡыҙҙың һәләттәрен күрә һәм медицинаны һайларға кәңәш итә. Шуға ла ул Сибай медицина учлищеһына уҡырға инә. Был яңылыҡты ишеткәс әсәһе: «Минең ҡыҙым утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ»,-тип ҡыҙын дәртләндерә.

44 йыл ғүмерен медицинаға арнаған44 йыл ғүмерен медицинаға арнаған
44 йыл ғүмерен медицинаға арнаған

Ҡулына шәфҡәт туташы дипломы алған Рәйсә йүнәлтмә буйынса Темәс психоневрология интернатына эшкә ебәрелә. Унан һуң 16 йыл дауамында Сибай үҙәк дауаханаһының психоневрология бүлегендә эшләй. Шул осорҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының юғары юғары белемле шәфҡәт туташтары әҙерләү факультетын тамамлай.

-Медицина өлкәһендә 44 йыл йөҙөп йөрөп эшләйем. 50 йәшемдә психоневрология бүлегенән беренсе сетка буйынса хаҡылы ялға сыҡтым. 2005 йылдан балалар поликлинаһына тоғро хеҙмәт итәм: 7 йыл участкала булһам, 2012 йылдан процедура кабинетында иҫәп эшен алып барам, балаларға прививкалар яһайым,--ти Рәйсә Әхмәтсафа ҡыҙы.-Процедура кабинетында Сибай ҡалаһы буйынса 13136 бала иҫәпләнә. Шуларҙың һәр береһенә ниндәй прививка яһалыу, яһалмауын контролдә тотам. Студенттар практикаға килә, уларҙы эшкә өйрәтебеҙ. Ҡағыҙ эшенең осо-ҡырыйы юҡ.

Рәйсә Янбаева кабинетта эшләй башғас, етәкселектән ҡыйбатлы вакциналар һаҡланған кабинетҡа ишек, бүлмәләргә кондиционер ҡуйҙыртыуҙы талап итә, һыуытҡыстарҙы яңыртыуға өлгәшә. Балаларҙы, эшен яратһа ла махсус хәрби операция биләмәһендә уның хеҙмәте кәрәклерәк булыуын аңлағанға, күңеле менән яугирҙәр янына ла ынтыла.-Аллаһ Тәғәлә юлымды асһа, бөгөндән сығып китергә әҙермен. Бер туған ағайымдың улы Иҙрис Юнысбаев Сибай балалар поликлинаһында педиатр булып эшләп кенә башлағайны, өлөшләтә мобилизацияға тәүге көндән эләкте. Ул әле хәрби хирург,--ти шәфҡәт туташы ҡустыһы менән ғорурланып.

Бәләкәй саҡтан бергә үҫкән ауылдашы Кинйәбулат Ғәлимйән улына кейәүгә сығып 2 ул -Динислам һәм Рөстәмде тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, 4 ай элек ире баҡыйлыҡҡа күскән. Рәйсә Әхмәтсафа ҡыҙы эштән бушаһа Динислам улы менән Гөлнара килененең йорттарына ашыға. Унда ҡартәсәйҙәрен Гөлнәзирә, Ильяс, Батырхан, Гөлмәрйәм түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Рәйсә Әхмәтсафа ҡыҙы хәтирәләре менән дә бүлеште:

-Күмәк булһаҡ та беҙ бик татыу булып үҫтек. Ата-әсәйемдең беҙҙе ҡыйырһытып, тиргәп, һуғып, ауыр һүҙҙәр әйтеп ултырғандарын иҫләмәйем. Улар хәлдәренән килгәнсә беҙҙе уҡытырға, белем бирергә тырышты. Ишле булһаҡ та беҙҙең өҫтөбөҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ булды.

Ғәзиз атай-әсәйем менән сикһеҙ ғорурланам.

Училищены тамамлағас, юғары уҡыу йортонда белем алыуҙы дауам итмәгәнгә үкенәм. Башҡорт дәүләт медицина институтының юғары белемле шәфҡәт туташтары әҙерләү факультетында ситтән тороп белем алғанда унда уҡыуы шул тиклем ҡыҙыҡлы булды, миңә бик ныҡ оҡшаны. Училищела алған белем менән юғары уҡыу йортонда бирелгән белем күк менән ер араһы кеүек тойолдо. Шуға ла мин табип халҡына ҙур иғтирам менән һоҡланып ҡарайым.

Психоневрология бүлегендә эшләгәндә яҡындарым, туғандарым: “Унда нисек эшләйһең ул? - тип төрлөсә һорау бирә ине. Мин ауырыуҙарҙы ысын күңелдән йәлләп, ихтирам итеп, иғтибар йүнәлтеп эшләнем. Эшкә барып инһәм, улар мине: “Беҙҙең Рәйсә апайыбыҙ эшкә килде. Хәҙер системалар ҡуйып, уколдар һалһа, беҙгә еңел була, тиҙерәк йүнәлеп китәбеҙ”,- тип ҡыуанышып ҡаршы алалар ине. Уларҙы һәр ваҡыт ихлас тыңлар инем. Әлбиттә, көсөргәнешле ваҡыттар ҙа күп булды. Хатта янғын сығарып та ебәрҙеләр. Унда күберәк күҙәтеү эше ине. Аҙаҡ беҙгә - шәфҡәт туташтарына табип кеүек дарыуҙар билдәләү мөмкинлеге лә бирелде. Үҙебеҙ укол, система яҙып, үҙебеҙ шуларҙы ҡаҙай, система ҡуя инек.

Беҙҙең ауылдыҡы бер ағай беҙҙең бүлектә ятып сыҡҡас ауылдағы балаларға: “Рәйсә кеүек табиплыҡҡа уҡығыҙ. Эше еп-еңел: бүлек буйлап тек-тек баҫып улай-былай тик йөрөй”- тигән. Шулай күренгәндер инде. Эштең еңеле булмай инде ул. Ҡайҙа ла эшләргә, тир түгергә кәрәк.

Ә балалар менән эшләүе инде үҙе бер кинәнес. Уларҙың һәр ҡайһыһына, ата-әсәләргә иғтибар бүлергә тырышам. Прививкаларҙы ла аяп ҡына, йәлләп кенә, ауырттырмай ғына һалам.

Ғөмүмән, медицина һөнәрен һайлауыма ысын күңелдән ҡыуанам һәм эшемде бөтә көсөмдө, белемемде һалып башҡарырға тырышам.

Эшемә байрамға барған кеүек оло теләк менән барам. Эшләмәй өйҙә ултырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Коллегаларым менән аралашам, Сибай медицина колледжынан практикаға килгән студенттарға вакцина, привикалар тураһында  аңлатам. Йәштәргә урта һөнәри белем менән генә сикләнеп ҡалмай, юғары белемгә ынтылырға кәңәш бирәм. Һәр вакцина, һәр прививка буйынса отчет бирәбеҙ. Корь, полиемилит, ковид, киҙеүгә ҡаршы прививкалар яһайбыҙ, һәр балаға яһалырға тейешле прививкаларҙы контролдә тотабыҙ. Һәр береһен компьютерға индерәбеҙ.

 

Бәләкәйҙән совхозда эшләп үҫтек. Мин быҙау ҙа ҡараным, һыйыр ҙа һауҙым, эштән бер ваҡытта ла ҡурҡманыҡ. Шуға ла Йомаш ауылынан мал, ҡош-ҡорт тотоп йәшәргә йорт һатып алдыҡ. Ирем генә ваҡытһыҙ вафат булды. Ул шунда йәшәне, өлкәнәйә килә ҡаланы үҙһенмәне. Ә мин ялда уның янына гел ҡайтып йөрөнөм.

Рөстәм улым әлегә өйләнмәгән. Үҙе “ОЗОН” сауҙа нөктәһе тота.

Әйткәндәй, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа беренсе урында.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрыАйрат Рәхмәтуллин 2024 йылда төбәктә 135 модулле ФАП һәм амбулатория төҙөлөүен, 206 берәмек автотранспорт һәм 8 меңдән ашыу медицина аппараты һатып алыныуын белдерҙе. Был һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу осоронда рекордлы күрһәткестәр. 9 медицина объекты капиталь ремонтланған, Кушнаренкола поликлиника төҙөлә. Медицина кадрҙары менән тәьмин итеү яҡшыра, республиканың медицина учреждениеларында 55,38 мең хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 16 177 табип һәм 39 203 шәфҡәт туташы һәм фельдшерҙар. Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүҙә «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары ярҙам итә. Былтыр улар буйынса 279 кеше дөйөм суммаһы 280 миллион һумға түләү алған. Башҡортостан «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын федераль финанслау буйынса Рәсәйҙең тәүге 5 субъекты иҫәбенә инә.

2025 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» һәм «Ғаилә» яңы милли проекты буйынса дауам итәсәк. «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөү планлаштырыла. Тағы ла һигеҙ ҡатын-ҡыҙ консультацияһы  райондарҙа асыласаҡ. Был маҡсатҡа 700 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалын асыу планлаштырыла. Шулай уҡ, ағымдағы йылда алты поликлиника төҙөлөшөн тамамларға, 9 бинаны ремонтларға, 134 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияһын ҡороу һәм 99 берәмек санитар автотранспорт һатып алырға кәрәк.

-Рәйсә Әхмәтсафа ҡыҙы кеүек бөтә күңелен биреп эшләгән шәфҡәт туташтары Сибай үҙәк дауаханаһында бик күп. 44 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған Рәйсә Янбаеваның медициналағы намыҫлы хеҙмәте яҡын арала тейешле баһаланыр тип ышанам,--ти үҙәк дауахананың прфком рәйесе, йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Басир Шәрипов.

АВТОР ФОТОҺЫ

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас