АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Хеҙмәтенән кинәнес таба

Аэлита Рәшит ҡыҙы Борискова Сибай бала табыу йортонда 1982 йылда ҡаланың медицина училищеһын тамамлағас та эш башлай. Бәләкәй саҡтан табип булырға хыялланған ҡыҙға медицина хеҙмәткәре В.А.Лиходумова акушерка булырға тәҡдим итә. -Һөнәрҙе дөрөҫ һайлауым менән бәхетлемен. Эшемде шул тиклем яратам. Сөнки бала тыуғас та уны иң беренсе әсә түгел, акушерка ҡулдары тота һәм яҡты донъяға тәүге ауаз һалырға ярҙам итә,--ти Аэлита Рәшит ҡыҙы.-Эшем бик яуаплы, тәүлек әйләнәһенә аяғөҫтө торған саҡтар була. Ҡатын-ҡыҙҙар төндә лә, таңға ҡарай ҙа тулғаҡ тотоп ауырып китә. Сабый тыуһа иһә барлыҡ мәшәҡәттәр, йоҡоһоҙ төндәр онотола, күңелдәр күтәрелә, йәшәге килә. Баланы һаҡ ҡына ҡулыма алып бушанған әсәнең өҫтөнә һалғанда һәр ваҡыт ҙур кинәнес кисерәм.

Хеҙмәтенән кинәнес табаХеҙмәтенән кинәнес таба
Хеҙмәтенән кинәнес таба

Аэлита Рәшит ҡыҙы бала табыу йортонда 43 йылдан эшләү дәүер эсендә 20 меңгә яҡын балаға кендек инәһе булған. Ни тиһәң дә, Сибай бала табыу йортонда тотош Урал аръяғы, хатта Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районынан да ҡатын-ҡыҙҙар килеп әсәлек бәхетен татый. Эш башлағанда остаздары Игошина Зинаида Никитична, Овсянникова Любовь Владимировна, Кошелева Раиса Ивановна, Мөғәлеева Әминә Фәләх ҡыҙы уны изге һөнәренең серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Башта бер аҙ яңы тыуған сабыйҙар бүлегендә эшләп алыуы ла уға артабанғы хеҙмәтендә тик файҙаға ғына була. "Демография", "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуға барлыҡ көсөн һала.

-Урамда мине күптәр таный һәм һеҙ минең акушеркам булдығыҙ, бына ул бала тип күрһәтеп тә китә. Ҡайһы берәүҙәре сабыйҙарына хатта минең исемемде ҡушҡан. Медицина училищеһынан беҙгә практикаға килеүсе студенттар араһында ла һеҙ минең әсәйемә бала тапҡанда ярҙам иткәнһегеҙ, тип әйтеүселәр осрай. Быларҙың барыһын да тынғыһыҙ хеҙмәтемә оло баһа тип ҡабул итәм,--тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты акушерка.

Аэлита Рәшит ҡыҙы партнерлы бала табыу алымын хуплай һәм практикаһында ҡуллана. Тәжрибәле акушерка йәш әсәләргә төрлө кәңәштәр бирә. Тулғаҡ тотҡан мәлдә нисек итеп дөрөҫ тын алырға, табипты, акушерканы тыңлап ҡына эш иткәндә төрлө киҫкен хәлдәрҙән ҡотолоп булыу юлдарын да өйрәтә. 

-Хеҙмәттәшебеҙ Аэлита Борискова Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы акушеркаһы исеменә дәғүә итә. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы билдәһенә эйә булыусы, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы, рәхмәт хаты менән бүләкләнгән акушерка был исемгә күптән лайыҡ. Үҙе ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Аэлита Рәшит ҡыҙы йәштәрҙең остазы ғына түгел, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашыусы ла. Ул бала табыу йортоноң профком рәйесе вазифаһын да урын еренә еткереп башҡара,--ти Сибай үҙәк дауаханаһының балалыҡ һәм бала табыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса урынбаҫары Фирүза Аҡбулатова. Уның һүҙҙәрен перинаталь үҙәктең бала табыу бүлеге мөдире Рәмил Йосопов та ҡеүәтләй һәм Аэлита Рәшит ҡыҙының эшенә бик яуаплы ҡарауын, бар яҡлап уңған, өлгөлө гүзәл зат булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бар булмышынан изгелек, мәрхәмәтлелек бөркөлгән Аэлита Борискованы күптәр фәрештәгә тиңләй һәм уның Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы акушеркаһы исемен бер ҡаршылыҡһыҙ яулаясағына ышана.

Гөлдәр Иҙрисова.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас