Был һүҙҙәр ябай һүҙҙәр генә түгел, улар Баймаҡ халҡы өсөн ысын девиз булып тора, улар һалдаттарға ярҙам итеү өсөн берҙәм ынтылышта.
Изге эшкә битараф булмаған һәр кем ҡушыла, уларҙың һәр береһе көсөн йәлләмәйенсә үҙ өлөшөн индерә. Баймаҡ районынан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам менән 30-сы конвой юллана. Өс фургон Запорожье, Луганск һәм Донецк өлкәләренә йөк менән оҙатылды.
Машиналарға яугирҙәребеҙ өсөн кәрәкле бөтә нәмә: аҙыҡ-түлек (ит, ҡаҙы, икмәк-булка изделиелары, тәм-том), матрастар, юрғандар, яҫтыҡтар, маскировка селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре, дронға ҡаршы плащтар, запас частар, ҡышҡы кейем һәм аяҡ кейеме, хужалыҡ тауарҙары, һалдаттарға хаттар һәм башҡалар һалынған.
Ылауҙа «Һаҡлаусы Фәрештә» ирекмәндәре йыйған ике «Нива», шулай уҡ 1-се Этҡол ауылы халҡы һатып алған һәм ремонтлаған УАЗ бар. Динар Ситдиҡов иһә үҙенең мотоциклын тапшырған.
Беҙҙең яугирҙар даими күсеп йөрөгәнлектән, уларға яңы урындарҙы төҙөкләндерергә һәм йыһазландырырға кәрәк. Шуға күрә конвой составында төҙөлөш материалдары һәм инструменттар ҙа бар. Ағас материалдарын Бикеш ауылынан эшҡыуар Андрей Юлғотлин, Үрге Яйыҡбай ауылынан Айҙар Ғәйетҡолов һәм Сыңғыҙ ауылынан Булат Рәжәпов биргән.
Баймаҡ ҡалаһындағы «Һаҡлаусы Фәрештә» штабы ирекмәндәре һәм ошо штабтың Темәс ауылындағы филиалы, «Хәрби туғанлыҡ» менән берлектә «Беҙ бергә» ирекмәндәр штабы ярҙам йыйыуға ҙур эш өлөш индерҙе. Төрлө ойошмалар, эшҡыуарҙар, мәктәп коллективтары, хәрбиҙәрҙең ғаиләләре һәм битараф булмаған кешеләр ситтә ҡалманы.