Ышанығыҙ!

Ләкин ышанығыҙ: Аллаһы Тәғәләнең һеҙгә ҡарата пландары бар. Әгәр ҡулһыҙ һәм аяҡһыҙ Ник Вуйчичҡа ҡарата планы булғас, һеҙгә ҡарата ла бар тип ышанығыҙ. Үҙегеҙ мөғжизә таба алмаһығыҙ, башҡа берәү өсөн мөғжизә булығыҙ. Сөнки ваҡыт һәм мөхәббәт—ул ике төп валюта. Көн һайын «Мин кем һәм нимә теләйем?» тигән һорауға яуап бирегеҙ. Мөмкин булғандың барыһын да эшләгеҙ. Ярлыларҙы онотмағыҙ. Доға ҡылығыҙ. Дәртләндерегеҙ.

Ни́колас Джеймс (НикВу́йчич—Австралия яҙыусыһы, меценат, оратор. Ул тыумыштан аяҡһыҙ, ҡулһыҙ. «Минең миссиям—кешеләргә тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итеү», ти ул. Уның тормош ҡанундарына күҙ һалайыҡ.

Тормоштоң 12 ҡағиҙәһе:

 

  1. Өмөтөңдө юғалтма, ул үлемде еңерлек көскә эйә.
    Элек мин бер ҡасан да ҡатыным, балам булмаҫ тип борсолдом. Әммә хәҙер минең Канаэ исемле ҡатыным бар һәм ике улым, ике ҡыҙым бар. АЛЛАҒА ШӨКӨР!

Элек мин ҡатынымдың ҡулын бер ҡасан да тота алмаясаҡмын, балаларыма ҡыйын булғанда уларҙы ла ҡосаҡлай алмаясаҡмын тип борсолдом. Хәҙер улым мине үҙе ҡосаҡлай. Ул «биш бир» ти һәм минең яурыныма һуға. Ҡатыным Канаэның ҡулын тотоп тороуым мөһим түгеллеген аңланым, иң мөһиме—уның йөрәген һәр ваҡыт тотоу.

  1. Килеп сыҡмай икән—тағы эшләп ҡара.

Бер ваҡыт Гавайяла серфинг менән шөғөлләндем. Бөтәһе лә пляжда ҡарап тора: ҡулһыҙ, аяҡһыҙ кеше шыуырға теләй! Мин таҡтала яттым һәм кешеләр мине тулҡынға этеп ебәрҙе. Дуҫтарым мин таянып күтәрелә алһын өсөн таҫтамалдар өйөмөн таҡтаға һалды. 15 минут торорға тырыштым. Һәм мин бер нәмә лә эшләй алманым.

«Нимәлер килеп сыҡмай икән, тағы ла эшләп ҡара»,—тип өйрәткәйне ата-әсәйем. Әгәр берәй нәмә килеп сыҡмаһа, был һин уңышһыҙ тигәнде аңлатмай. Әгәр тирә-яҡтағылар һинең уңышһыҙлығыңды күрһә, үҙеңде түбәнһетмә. Был ҡурҡыныс түгел, һин һәр яҡлап һәләтле була алмайһың. Әммә һин быға ынтыла алаһың. Һәм мин ҡабат-ҡабат таҡтаға баҫырға тырыштым. Һәм беләһегеҙме, мин, ниһайәт, торҙом һәм уйландым: "Йә, Аллам, хәҙер миңә нимә эшләргә!?».

  1. Үҙ ҡыуанысығыҙҙы сикләмәгеҙ.

Күптәр тормоштан ҡәнәғәт түгел, сөнки улар уны сикләй. Һеҙ, моғайын, видеояҙмаларҙа күргәнегеҙ барҙыр: мин самолеттарҙа шаяртырға яратам. Ҡайһы берҙә мине ҡул багажына тәғәйенләнгән кәштәгә һалыуҙарын һорайым. Ә бер ваҡыт мин коммерция авиакомпанияһында эшләүсе дуҫымдың пилот костюмын алдым һәм был костюмда пассажирҙарҙы ҡаршы алдым. Уларҙың йөҙҙәрен күрһәгеҙ!

Кешеләрҙең фекере йәки ниндәйҙер ваҡиғалар һеҙҙе кәмһетмәһен, быға юл ҡуймағыҙ.

  1. Ауыр эштән ҡурҡма!

Миңә: «Һин Австралиянан»,—тиҙәр. Әммә унда барыһы ла алтындан ҡойолмаған. Ата-әсәйем Югославиянан күсеп килгәс, уларҙың кейемдәре генә була. Өҫтәренә кейгән кейемдәре генә. Улар тырышып эшләй. Һәм миңә һәр ваҡыт шулай эшләргә ҡуштылар.

Миңә «насар» малай булырға ирек ҡуйманылар. Уйынсыҡҡа аҡса ла бирмәнеләр. Үҙемә эшләргә тура килде. Мин ике долларға аҙнаһына ике тапҡыр өйҙө саң һурҙыртҡыс менән таҙаланым. Аҙаҡ был аҡсаға нимә эшләһәм дә эшләй ала инем: уйынсыҡ алырғамы, мохтаждарға бирергәме?

  1. Үҙеңдә булғанына шөкөр ит!

Ғаиләгеҙгә рәхмәтле булыу—ул башланғыс ҡына. Мин «аяғымды» бик яратам. Ҡулдарым һәм аяҡтарым булмауы—күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүемде аңлатмай. Бәләкәй аяғым арҡаһында мин йөҙөп йөрөй алам, мин дайвинг менән шөғөлләндем. Хатта парашют менән һикерҙем. Эйе, мәктәпкә барғанда һәм бөтәһе лә мине мыҫҡыллағанда, рәхмәт әйтеүе бик ауыр булды. Әммә һуңынан мин бөтәһенең дә проблемалары барлығын аңланым. Һәм, бәлки, алкоголик атай менән йәшәү — ҡулдар һәм аяҡтар булмауҙан да ҡурҡынысыраҡтыр. Беҙҙә булған нәмәләр өсөн рәхмәт әйтергә һәм быны эшләй алмағандар өсөн доға ҡылырға тейешбеҙ.
6. Ул һиңә һуҡҡанға тиклем, үҙең тупҡа һуҡ.

 Бер ваҡыт мин дуҫым менән футбол уйнаным. Ул мин әҙерләнеп өлгөрһөн өсөн тупҡа тибәсәген иҫкәртте. Һәм бына туптың миңә осоп килеүен күрәм. Әммә нисек кире ҡағырға белмәйем. Туп мине йыҡмаһын өсөн тәүҙә мин уға һуғырға теләнем. Баш менән этер инем, әммә баш өсөн бик түбән. Тибер инем, мин уға эләкмәйәсәкмен. Шул саҡта барыһы ла, «Матрица»лағы кеүек, slow motion эффектында булды. Мин һикерҙем, тупты кире ҡаҡтым һәм аяғыма ныҡ зыян килтерҙем. Өс аҙна йөрөй алманым. Түшәктә ятҡанда түбәгә ҡара, беренсе тапҡыр: «Инвалидтар үҙҙәрен шулай тоямы икән?» тип уйланым.

  1. Маҡсатыңа бар.

Ике кеше мине сығыш яһарға рухландырҙы. Беренсеһе—Филипп, ул йөрөй ҙә, һөйләшә лә алмай. Уның остеомиелит. Беҙ осрашҡанда уға 25 йәш ине. Ул веб-сайт эшләй һәм кешеләрҙе илһамландырырға, уларға тормошҡа ышанысын ҡайтарырға тырыша. Ә икенсе кеше — мәктәп йыйыштырыусыһы. Ул: «Һин оратор буласаҡһың һәм кешеләргә үҙ тарихыңды һөйләйәсәкһең»,—ти. Ул оло йәштәге кеше ине, мин уны хөрмәт иттем. Әммә минең оратор булыу уйымда ла булманы. Мин бухгалтер булырға ниәтләй инем. Әммә ул көн һайын өс ай буйына миңә быны тылҡыны. Ахырҙа, мин сығыш яһарға ризалаштым. Шул саҡта мин кешеләрҙе лә рухландыра алыуымды аңланым. Кем булыуың мөһим түгел, һин йөрөй алаһың йәки һөйләшә алаһың — һинең тормошоңда маҡсат бар.

  1. Бәхетте ваҡытлыса әйберҙәрҙә күрмә—бәхетең дә ваҡытлыса булыр.

Атайым эшләргә ҡушты. Тик «Кешеләр һиндә эшләрлек итеп эшлә»,—тине. Сөнки миңә минең өсөн эшләүселәргә түләргә кәрәк. һәм мин үҙем өсөн яуаплы. Был яуаплылыҡты тоям. Миңә аҡса, власть, наркотиктар, алкоголь һәм порнография кәрәкмәй, улар ваҡытлыса. Минең көсөм, донъям, ысынбарлығым бар.

  1. Нисек барһың—үҙеңде шулай ҡабул ит.

Ҡыҙҙар, үҙегеҙҙе бәхетле тойоу өсөн һеҙгә яңы аяҡ кейеме кәрәкмәй.  Бының өсөн егет тә кәрәкмәй. Һеҙҙе бәхетле итә алған, ауырлыҡ килгәндә ташламай торған ирҙе эҙләгеҙ.
Егеттәр «текә» күренеү өсөн һүгенә башлай, йә мускул нығыта...Тик эш бындамы ни?
Иҫегеҙгә тотоғоҙ: һыҙланыу һәм ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһон һеҙгә шайтан ебәрә. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең ярсыҡтарығыҙҙан да матурлыҡ тыуҙыра ала. Иң мөһиме—үҙегеҙҙе ҡабул итегеҙ һәм нимә теләүегеҙҙе асыҡ аңлағыҙ.

  1. Хыяллан. Хыял тормошҡа аша.
    Әгәр беҙ нимәгәлер ышанмайбыҙ икән, был уның булмауы хаҡында һөйләмәй. Әммә беҙ нимәлер хаҡында бер ҡасан да уйламайбыҙ икән, беҙ уны эҙләмәҫ тә инек. Ә эҙләмәһәк—бер ҡасан да тапмайбыҙ. Тапмайбыҙ икән —бер ҡасан да алмайбыҙ. Барыһы ла ябай.

Хыялдар ҙа, мөғжизәләр ҙә ысынбарлыҡҡа әйләнә. Барыһы ла анһат тимәйем. Мәҫәлән, мин бер ҡасан да футболист була алмайым. Әммә мин бәхеле кеше була алам. Бәхет минең киләсәгемә яҙылған. Һәм мин быға ышанам.

  1. Булдыра алырҙай эшкә иғтибарҙы йүнәлтегеҙ.

 Мин 9 йәшлек балаларҙан: «Һеҙҙә стресс булғаны бармы?»,—тип һораным. Бөтәһе лә «Эйе» тип яуапланы. Ауыр өйгә эш, насар уҡытыусы... 13 йәшлектәргә шул уҡ һорауҙы бирҙем. Барыһын да дуҫтары, ата-әсәһе һәм үҙгәрә барған тән төҙөлөшө ҡәнәғәтләндермәй. Ә 17 йәшлектәр мәктәпте тамамлау стресс килтереүен, берәй уҡыу йортона инеү менән был күңел торошо бөтә тип әйттеләр. Әммә был хәлде үҙгәртмәйәсәк. Улар аҙаҡ: «Эшкә урынлашҡас» ти башлаясаҡ. Ләкин уларҙы начальник «көйҙөрәсәк». Буйҙаҡ егеттәр һәм кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар ғаилә ҡорғас та бәхетле булырбыҙ тип уйлай. Әммә был улай түгел... Түгел... Әгәр ирһеҙ бәхетле түгелһегеҙ икән, һеҙ уның менән дә бәхетле була алмайһығыҙ. Бөгөн нимәгеҙ бар—шуға иғтибар итегеҙ. Бөгөн нимә эшләй алаһығыҙ? Ирле буласаҡ көнөгөҙҙө, эшегеҙҙе, имтихандар бөтөүен һ.б көтмәгеҙ. Бөгөн бәхетле булығыҙ!

  1. Яҡшыны һайлағыҙ—емеше ҡыуандырыр.

Элек ҡабул иткән ҡарарҙарым мине хәрәкәтһеҙ ҡалдырҙы. Мин: "Ҡулдарым һәм аяҡтарым юҡ, ата-әсәйҙан башҡа бер кем дә мине яратмай, мин бөтәһе өсөн дә йөк, эш, ҡатын, маҡсат булмаясаҡ", -тип уйлай инем. Ләкин ышанығыҙ: Аллаһы Тәғәләнең һеҙгә ҡарата пландары бар. Әгәр ҡулһыҙ һәм аяҡһыҙ Ник Вуйчичҡа ҡарата планы булғас, һеҙгә ҡарата ла бар тип ышанығыҙ. Үҙегеҙ мөғжизә таба алмаһығыҙ, башҡа берәү өсөн мөғжизә булығыҙ. Сөнки ваҡыт һәм мөхәббәт—ул ике төп валюта. Көн һайын «Мин кем һәм нимә теләйем?» тигән һорауға яуап бирегеҙ. Мөмкин булғандың барыһын да эшләгеҙ. Ярлыларҙы онотмағыҙ. Доға ҡылығыҙ. Дәртләндерегеҙ. Рәхмәт!

 

Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе.


Редакцияның һәм авторҙың рөхсәтенән тыш, яҙманы башҡа социаль селтәрҙә таратыу тыйыла.

 

 



 

Ышанығыҙ!
Ышанығыҙ!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас