+30 °С
Болотло
Күптән түгел крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Наил Әлибаев «Лада Нива» автомобилен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тапшырҙы. Машина ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан «Кот» позывнойлы яугиргә тапшырылды. Яугир автомобиль асҡыстарын алып, кәрәкле документтарҙы теүәлләй. Ул тиҙҙән машина менән хеҙмәт урынына юлланасаҡ.
Был ярҙам беҙҙең яугирҙәр өсөн мөһим. «Кот» тәғәйенләнгән урынға имен-аман барып етһен, ә автомобилдең файҙһы тейһен тип теләйбеҙ.
Сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль селтрәҙәге битләүе.