Инде лә ауҙы спальняға. Мин икенсе көнө таң менән тағы калымға сығып китем, ул ятып ҡалды.
Мин үҙем эсмәйем, ғаиләмдә бер кем эсмәй. Нисектер эсеү уйы башҡа ла килгәне юҡ. Мәктәптә уҡығанда класташтар менән бер эскәйнек. Шул тиклем ҡыйын булды, уйлағым да килмәй. Ҡыҙҙар шулай күп итеп эсә икән тип башыма ла инеп сыҡманы. Был ғына түгел, шул хәлдән һуң кәләшкә ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Уға ҡарағым да килмәй, айырым йоҡлайым. Ул юхалап ҡарай ҙа, мин дә оноторға тырышам. Әммә барыбер ерәнәм и все. Нимә эшләргә икән хәҙер? Шундай ҙур туйҙар үткәргәндән һуң айырылышырғамы? Кәләш үҙенең ғәйебен танымай ҙа. “Все так живут. Мин әҙерәк расслабилась и все. Трагедию делаешь на пустом месте” тей. Тимәк, артабан да шул ғәҙәтен ҡуймаясаҡ бит. Ни эшләргә икән?