Бөтә яңылыҡтар

КамАЗлы булдылар

Матди-техник база нығытыла

КамАЗлы булдылар
КамАЗлы булдылар

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов:

—Баймаҡ районында тәүге эш көндәренән үк ҡалала юлдарҙы ремонтлау һәм ҡарау өсөн техника етмәүе асыҡланды. Шуға күрә сит подряд ойошмаларын йәлеп итергә тура килә, был бюджет аҡсаһының сығымдарын арттыра. «Баймаҡ коммуналь хужалығы» муниципаль бюджет учреждениеһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә ҡалала юлдарҙы ҡарау өсөн кәрәкле техника менән йыһазландырылмаған. Предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу өсөн «Баймаҡ коммуналь хужалығы» учреждениеһына яңы КамАЗ һатып алдыҡ. Артабан заманса коммуналь хужалыҡ техникалары һатып алыу буйынса эште дауам итергә ниәтләйбеҙ. был беҙгә юлдарҙы яҡшы торошта тоторға, сығымдарҙы кәметергә, халыҡ йәшәйешен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: