Яугир иҫтәлегенә

Милли көрәш ярышына яугирҙең өләсәһе килде.

Яугир иҫтәлегенәЯугир иҫтәлегенә
Яугир иҫтәлегенә

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, ошо мәктәпте тамамлаусы Роберт Закиров иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса район ярыштары үтте. Сараға Р.В.Закировтың өләсәһе Фәрхиниса Юлдашбаева һәм хәрби операцияла ҡатнашыусы, ошо мәктәпте тамамлаусы Марат Күсәков саҡырылды. Аҡъярҙың 1-се, 2-се, Бүребай, Татыр-Үҙәк һәм Сиҙәм ауылдары мәктәптәренең спортсылары үҙ-ара көс һынашты. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы 12 ауырлыҡ категорияһында билдәләнеләр, уларҙың барыһы ла кубоктар, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Сара берҙәмлек һәм илһөйәрлек рухын нығытыуға үҙ өлөшөн индерҙе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас