Яугир йорто газға тоташтырылды

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылына газ килде. Иң тәүҙә яугир ғаиләһенең йортон газға тоташтырҙылар.

Яугир йорто газға тоташтырылдыЯугир йорто газға тоташтырылды
Яугир йорто газға тоташтырылды

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы йорттарына тәбиғи газ килде. Тораҡ пункт ауыл-ара юғары баҫымлы газ үткәргес менән тәьмин ителә, уны дүрт ауыл өсөн төҙөгәндәр. «2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификацияны үҫтереү программаһы»н тормошҡа ашырыу сиктәрендә Сәйғәфәр-Йомаш-Юлыҡ-Ишбирҙе ауыл-ара газ үткәргесен төҙөү тамамланды. Ишбирҙе йорттарының береһенә газ ебәреүҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм Сибай ҡалаһындағы «Газпром газ бүлеү- Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы директоры Радик Хөсәйенов ҡатнашты. Улар символик рәүештә Халиҡовтарҙың өйөнә барған газ кранын асты, халыҡты газ килеүе менән ҡотланы.

«2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификацияны үҫтереү программаһы»н тормошҡа ашырыу тамамланғанға тиклем Күгиҙел, Үрге Яйыҡбай, Һаҡмар һәм Ҡыуат ауылдарында урам һәм ауыл-ара газ үткәргес селтәрҙәрен сафҡа индереү планлаштырыла. Баймаҡ районының 32 тораҡ пункты программаға индерелгән. Программа буйынса ауыл эсендә 272 саҡрым газ үткәргес һуҙыу планлаштырыла. Был Баймаҡ районының 9921 йортон газ менән тәьмин итәсәк», - тип билдәләне район башлығы Азамат Сәфәрғәле улы.

Ишбирҙе ауылынан Тулыбаевтар ғаиләһе өсөн ауылға газ килеүе күптән көтөп алынған ваҡиға. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүҙең төбәк положениеһына ярашлы, уның ғаиләһе йәшәгән йорт газ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырылды.

Консультация алыу һәм газ менән файҙаланыусы ҡорамалдарҙы һатып алыуға, ҡуйыуға һәм эштәрҙе башҡарыуға субсидия биреү өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам алыу өсөн Тулыбаевтар ғаиләһе «Ватан һаҡлаусылары» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондына мөрәжәғәт итте. Дәүләт фондының социаль координаторҙары консультация биргән, документтар йыйыуҙа ярҙам күрһәткән. Социаль координаторҙарҙың эш һөҙөмтәһе ҡыуандыра: Тулыбаевтар ғаиләһенең йорто субсидияланды. Тулыбаевтар ғаиләһе Башҡортостан Хөкүмәтенә, газ хеҙмәте белгестәренә һәм «Ватан һаҡлаусылары» дәүләт фондының социаль координаторҙарына рәхмәт белдерә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас