АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында бер нисә йыл уңышлы эшләп килгән “Ялҡын” халыҡ театры яҡташтары Әминә Яхинаның “Йәйғор ҡалҡҡанда” пьесаһын сәхнәләштереп, Өфөнән килгән абруйлы жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә бик матур спектакль әҙерләп сығарыуы маҡтауға лайыҡ. Тамашасылар сәхнәләге ваҡиғаларҙы тын да алмай күҙәтте: унда бит уларҙың бергә аралашып йөрөгән ауылдаштары, ҡайныһының туғаны, әсәһе-атаһы, кемдеңдер хеҙмәттәше, хатта мәктәп директоры. Тамашасы ҡайһы арала сәхнәлә барған тормошҡа сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ә унда хәҙер инде олоғайған, ә йәш саҡтарында илебеҙҙә ауыр һуғыш йылдарында йәшләй генә колхоз эшенә егелеп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ирҙәрҙән ҡалышмай эшләгән өс һауынсы ҡатындың яҙмышы. Яҡты киләсәккә ынтылып, коммунизмда йәшәү өсөн бар көсөн һалған ҡатындар хәҙерге көндә үҙҙәре яҡлаусыға мохтаж. Тик илдәге үҙгәреп ҡороуҙар халыҡтың файҙаһына түгел, колхоз-совхоздар бөтөрөлгән, ауылда эш булмағас, йәштәр ситкә китә, ауылда тик ҡарт-ҡоролар...

“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!
“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!

 

Республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә халыҡ театрҙары дәррәү эшкә тотондо. Ни өсөн тиһәгеҙ, “Алтын тирмә” фестиваленә конкурсҡа әҙерләнәләр.

Ә инде Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында бер нисә йыл уңышлы эшләп килгән “Ялҡын” халыҡ театры яҡташтары Әминә Яхинаның “Йәйғор ҡалҡҡанда” пьесаһын сәхнәләштереп, Өфөнән килгән абруйлы жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә бик матур спектакль әҙерләп сығарыуы маҡтауға лайыҡ.

Йәш режиссер, Сибай концерт-театр берекмәһенең талантлы артисы Юлдаш Юлдыбаевтың йөрьәт итеп, әле театр сәхнәләрендә ҡуйылмаған был әҫәргә тотоноуы клуб етәкселәрен бер аҙ борсоуға һалһа ла, режиссерҙың ныҡышмаллығы, талапсанлығы был борсолоуҙарҙы тиҙ арала таралтты. Сөнки ауылдың һәүәҫкәр артистары был әҫәрҙе оҡшатты, һәр береһе үҙҙәренә ышанып тапшырылған ролдәрҙе күңелдәренән үткәреп, режиссер ҡуйған талаптарҙы еренә еткереп үтәргә ынтылып, репетицияларға әүҙем йөрөнө.

Премьера көнөндә ауыл халҡының һәүәҫкәр артистар ҡуйған спектаклгә клубҡа эркелеп килеүҙәре үҙе бер шундай матур күренеш булды. Зал шығырым тулы, хатта ҡайһы берәүҙәргә урын булмауы уларҙың күңелен ҡырманы, аяҡ өҫтө тороп ҡаранылар.

Спектакль башланыу менән залда тынлыҡ урынлашты. Тамашасылар сәхнәләге ваҡиғаларҙы тын да алмай күҙәтәләр: унда бит уларҙың бергә аралашып йөрөгән ауылдаштары, ҡайныһының туғаны, әсәһе-атаһы, кемдеңдер хеҙмәттәше, хатта мәктәп директоры. Тамашасы ҡайһы арала сәхнәлә барған тормошҡа сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ә унда хәҙер инде олоғайған, ә йәш саҡтарында илебеҙҙә ауыр һуғыш йылдарында йәшләй генә колхоз эшенә егелеп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ирҙәрҙән ҡалышмай эшләгән өс һауынсы ҡатындың яҙмышы. Яҡты киләсәккә ынтылып, коммунизмда йәшәү өсөн бар көсөн һалған ҡатындар хәҙерге көндә үҙҙәре яҡлаусыға мохтаж. Тик илдәге үҙгәреп ҡороуҙар халыҡтың файҙаһына түгел, колхоз-совхоздар бөтөрөлгән, ауылда эш булмағас, йәштәр ситкә китә, ауылда тик ҡарт-ҡоролар...

Тик был спектакль бөтөп барған ауылдар тураһында түгел, тик һаман да яҡшы киләсәккә өмөт менән ҡараған ауыл кешеләре, уларҙың яҙмыштары һәм күңел тороштары хаҡында. Бәлки, шуғалыр ҙа тамашасылар үҙҙәренен өләсәйҙәренен, әсәйҙәренең тормоштарын күҙ алдынан үткәреп, йотлоғоп күҙәтте геройҙарҙың яҙмыштарын, ҡайһы ваҡыт күҙ йәштәрен дә һөрттө, хатта көлөп тә алды.

Һәр бер күренештең  алҡыштарға күмелеүе, ә инде спектакль аҙағында халыҡтың аяҡ өҫтө тороп, артистарҙы көслө ҡул сабыуҙар менән алҡышлауы--спектаклдең уңышлы килеп сығыуын иҫбатланы.

Был спектаклдең сәхнәгә сығыуында һәм уңышлы булыуында ауыл хәкимиәте башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаевтың өлөшө һәм ярҙамы бик ҙур булды. Бағымсылар--Вилдан Ирек улы Иҙрисов, Илнур Юлай улы Ибраһимов, Иҙел Азамат улы Әхмәров, Альберт Шәһиҙулла улы   , Илнар Утарбаевҡа бик ҙур рәхмәт!

Төп ролдәрҙе башҡарыусы Кинйәбаева Гөлсара Юлай ҡыҙы (Раҡыя), Сибаева Гөлсинә Юлай ҡыҙы (Зөлхиә), Мусина Илмира Йосоп ҡыҙы ( Бибекәй), Утарбаев Сабит Сәмиғулла улы (Моталап) ысын мәғәнәһендә, үҙҙәре тыуҙырған образдарын еренә еткереп , халыҡ һөйөүен яуланы. Йәш быуын вәкилдәре--Айытҡолов Азамат (Бәхтиәр), Раян Мәхмүтов (Фитрат) үҙҙәренә тапшырылған ролдәрен оҫта башҡарып, тамашасы күңелен яулауға иреште. Был спектаклдә әле генә тормошҡа аяҡ баҫҡан Байгилдина Фирүзә менән Халиков Фәнис сәхнәнең биҙәге булды. Сәхнәне биҙәүсе Раян Мәхмүтовҡа, музыкаль яҡтан биҙәүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаевҡа ҙур рәхмәт!

Әлбиттә, спектаклдең уңышында режиссер Юлдаш Юлдыбаевтың эше оло баһаға лайыҡ! Һәүәҫкәр артистарҙы туплап, уларҙың һәр береһенең мөмкинселлегенән файҙалана белеп, ролдәрҙе дөрөҫ бүлеп, уларҙың үҫешенә, образдарҙы дөрөҫ асыуына күп көс һалынғаны ярылып ята. Пьесаның төп идеяһын асып, тамашасыларҙың күңеленә үтеп инерҙәй спектакль куйыу өсөн яңы алымдар, йоҡоһоҙ төндәр, күпме уйланыуҙар үткәргәнен ул үҙе генә беләлер. Йәш режиссерға тик уңыштар теләйһе генә ҡала.

Премьерала пьеса авторы Әминә Яхинаның ҡатнашыуы, режиссерҙың һәм артистарҙың үҙе ижад иткән пьесаның төп идеяһын асыуға өлгәшеүҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеүе, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм мәҙәниәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүновтың спектаклгә юғары баһа биреүҙәре артистар һәм барлыҡ халыҡ әсөн бик тулҡынландырғыс ваҡиға булды.

Ә инде Өфөнән килгән баһалама ағзаһы Марс Сәйетғәлин “Ялҡын” халыҡ театры коллективын матур тамаша менән ҡотлап, уларҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп, “Йәйғор ҡалҡҡанда” спектакле менән “Алтын тирмә” фестивалендә көтөүҙәрен әйткәс, бар халыҡ аяҡ өҫтө тороп, артистарҙы алҡыштарға күмде.

Театр коллективы ныҡлы әҙерләнеп, башҡалала үтәсәк “Алтын тирмә” фестивалендә үҙҙәрен һынатмаҫ тип ышанабыҙ.

Зөрһә Ғәйнуллина.

“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!
“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!
“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!
“Ялҡын”дар ялҡынландырҙы!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас