Матбуғат-2025
«Атайсал»ға яҙылабыҙ ҙа ял итәбеҙ!
Хөрмәтле дуҫтар! Киләһе йылға «Атайсал» гәзитенә тотош бер йылға йә иһә ярты йылға яҙылыусылар араһында Әбйәлил районындағы «Березки» шифаханаһына юллама уйнаттыҡ. Редакциябыҙ почтаһына килгән барса квитанцияларҙы бөкләп һалып, бутап-бутап тартып сығарғандан һуң, еңеүсебеҙ билдәле булды! Ул—Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан Фирҙәүес Мостафина.
Урындағы хакимиәткә шылтыратып, Фирҙәүес Әмир ҡыҙына һөйөнсөләүҙәрен һораныҡ. Иртәгәһенә даланлы уҡыусыбыҙ башҡортса милли кейемдәр кейеп елдереп килеп тә етте.
—«Атайсал»ды бер алдырғайным, оҡшатып ҡалдым да хәҙер айырылмайым. Гәзит уҡымлы, йөкмәткеле булыуы менән оҡшай. Электән гәзит-журналдарҙы күп алдырҙыҡ. Почтаның йүнләп эшләмәүе генә бәкәлгә һуға. Шулай ҙа «Атайсал»дан айырылған юҡ. Ике йыл элек автомобиль компрессоры отҡайныҡ, был юлы «Березки» ял йортона юллама отҡас, ҡыуанысымдың сиге булманы,—ти Ф.Ә.Мостафина.
Фирҙәүес Әмир ҡыҙы һөнәре буйынса тракторсы. Мәктәптән һуң, Юлдыбай училищеһында нәҡ ошо юҫыҡта уҡыған. Ире Ғүмәр Ишмөхәмәт улы менән 4 балаға ғүмер биргәндәр. Үкенескә, бер улдары үлеп ҡалған. Әле 2 улы, 1 ҡыҙы үҙ ғаиләләре менән айырым йәшәй. Ә Фирҙәүес апай ире менән Мәҡсүт ауылында 4 һыйыр, йылҡы, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп гөрләтеп донъя көтә.
—Гәзит килһә, иң беренсе ағайығыҙ уҡый. Унан мин ултырып алып уҡыйым. «Атайсал» өс районды яҡтыртыуы менән, йөкмәткеле булыуы менән ныҡ оҡшай. Барса халыҡты яҙылырға саҡырам,—ти Фирҙәүес апай.
Дуҫтар! Бының менән беҙҙең приздар бөтмәне. Кем дә кем коллегаларын, туғандарын, дуҫтарын өгөтләп, иң күп «Атайсал»ға яҙылыусыны йыйып беҙгә исемлек һәм квитанция күсермәһен тапшыра, ул «Урал аръғы» шифаханаһында ял итә ала. Квитанция күсермәләрен подписка осоро тамамланыуға ебәрергә кәрәк.
Бынан тыш иҫтәлекле бүләктәр һәр даланлы яҙылыусыға эләгәсәк. Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Бергә булығыҙ!