Бөтә яңылыҡтар

Аҡсағыҙҙы урлатмағыҙ!

Мутлыҡ ҡылыусылар аҡса урлауҙың яңы төрҙәрен уйлап табып ҡына тора. Һуңғы арала улар кешеләргә шылтыратып, смартфондарын тикшереү өсөн ҡушымта ҡулланырға өндәй һәм улар әйткәнсә эшләгәндәрҙең телефондарын ситтән тороп контролдә тотоуға өлгәшә. ...Йәнәһе лә банк йәки башҡа ойошма вәкиле шылтыратып, карталағы иҫәбегеҙҙә шикле транзакциялар хаҡында хәбәр итә. Аҡсағыҙға берәү ҙә тейә алмаҫлыҡ итеү өсөн смартфонығыҙға ситтән тороп идара итеү программаһын ҡуйырға тәҡдим итә. Тағы бер вариант—махсус антивирус йәки ситтән тороп ярҙам итеү программаһын ҡуйырға өндәйҙәр.

Бындай программа ҡуйылһа, мутлыҡ ҡылыусылар ҡорбанының иҫәбенә бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ үтеп инә. Хатта смартфон аккаунтының паролдәрен дә белә.

Һаҡ булығыҙ: кемдер ҡуша тип бындай ҡушымталарҙы үҙ смартфонығыҙға ҡуймағыҙ! Бындай шылтыратыуҙарҙы шундуҡ инҡар итеүегеҙ хәйерле.

Иғтибар! Банк хеҙмәткәрҙәре бер ниндәй ҙә ҡушымта ҡуйығыҙ, карта һандарын әйтегеҙ, тип шылтыратмай. Әгәр ҙә телефонығыҙға шундай шикле хәбәрҙәр килә ҡалһа, банктың рәсми һандарын (телефон һандары банктың рәсми сайтында бар, банк картағыҙҙа яҙылған) йыйып, хәлгә асыҡлыҡ индерегеҙ.

Аделя Мырҙағолова, полиция хеҙмәткәре.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: