Ҡәләм алып, хат яҙырға тәүәкәлләгәнсе бик оҙаҡ уйландым. Мине танып ҡуйһалар, яҡындарым уҡыһа тип ҡурҡтым. Тик башҡаларға һабаҡ булһын өсөн яҙырға ниәт иттем.
Иремде яратып кейәүгә сыҡтым. Осрашып йөрөгәндә бер ҙә һүҙгә килмәнек. Талашыуҙың ни икәнен дә белмәнек. Кейәүгә сығыу менән ауырға ҡалдым. Барыһы ла яҡшы ине. Йәшәй башлағас, ул үҙгәрә башланы. Ирем тәүҙә ваҡ ҡына әйберҙәргә бәйләнеп тауыш сығарҙы, аҙаҡ ҙурға китә башланы. Быларға ла яйлап күндем. Бер мәл хыянатын белеп ҡалдым. Компьютер кәрәк ине, тиҙ генә документтарҙы барлап, интернет аша ебәрергә тип уны ҡабыҙғайным, иремдең социаль селтәрҙәге битләүе асылды. Унда бер ҡатын менән яҙышҡан... Ниҙәр кисергәнемде белһәгеҙ икән? Тәүҙә иремә өндәшмәнем. Әммә улай йәшәү ҡыйын ине. Түҙмәй һораным. Был уға оҡшаманы, әлбиттә. «Ниңә сит смс-тарҙы уҡыйһың?»,—тип үҙемә ябырылды. Аҙаҡ ғәфү үтенде. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, шулай бит инде, әҙ генә йылы һүҙ ишетһәк ирейбеҙ, ышанып барабыҙ. Бер айҙан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Бәпәй тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер тип ышана инем. Тик күрәһеләрем алда булған икән. Бәпәй тапҡанда күп ҡан юғалтҡан инем, гемоглобин түбән төштө. Хәлем юҡ, ә ир ярҙам итергә ашыҡмай. Хатта кейемдәрҙе машинкала йыуырға рөхсәт бирмәй, ҡул менән йыуырға ҡуша. Һыуҙы күп тотонаһың ти ҙә бәйләнә. Балабыҙҙың коляскаһы ла юҡ ине. Ике айына тиклем ҡулымда йөрөттөм. Ярай әле, ҡустым булды, ул ярҙам итте. Шул мәлдә ҡәйнәм ауырый башланы. Балалары сиратлап ҡарарға һөйләште. Беҙгә лә сират етә ине. Бара инем. Һиҙгәндер инде, «Килен, түҙ»,—тиер ине. Ә үҙемдең ата-әсәйемә бер ни һөйләмәнем. Ә ирем йөрөүен дауам итте, бәйҙән ысҡынған эт кеүек ине ул, мин ҡул күтәреүе йышайҙы. Бик ауыр саҡтар булды, аҡса ла етмәне. Мин йүләр, иремә ярҙам итәм тип, 8 айлыҡ баламды ҡустыма ҡарарға ҡушып, йә уның дуҫтарын ҡалдырып, эшкә сыҡтым. Кешесә матур йәшәге килә ине, аҙ булһа ла фатирға ремонт эшләге килде.
Ата-әсәйем йәшәгән ауылға ла ҡайтаһы килә бит. Машинаны алып ҡайтып килһәм, кире ҡайтҡанда бакты тултырып бензин ҡойорға ҡуша ине. һүҙ яраһы—бер хәл, бер заман тән яраларына түҙеп булмай башланы. Күрше ҡатын менән һөйләшеп торған өсөн ныҡ туҡманы. Намаҙ уҡып ултырған ерҙә килеп һуҡты. Аҙаҡ ғәфү үтенде, башҡа был хәл булмаҫ тип анттар бирҙе. Тик өс көндән йәнә ҡабатланды. Өй һалҡын булғас электр уты мейесен ҡабыҙғайным, шуның өсөн йәнемде ала яҙҙы. Ҡыҙым янымда ҡото осоп иланы. Шунан баламды алып туғандарыма сығып киттем. Сығып киткәнсе илай ҙа алманым, күңелем ҡатҡан ине. Туғандарыма барып ингәс кенә илап ебәрҙем. Атайыма шылтыраттым.
—Мин һине туҡмалып йәшәһен өсөн үҫтермәгәнмен. Илама, хәҙер килеп алам,—тине ул.
Бығаса түҙеп йәшәгәнемә үкендем. Ни эшләйһең, матур ғаилә булып йәшәргә теләнем бит. Аҙаҡ яйлап тормошом көйләнде, эшкә төштөм, ипотекаға фатир алдым. Шөкөр, матур йәшәйем. Аллаһы Тәғәлә дөрөҫ юл күрһәтеүенә һөйөнөп бөтә алмайым.
Ә ирем, мин сығып китеү менән, йөрөгән ҡатынын алғайны. Уныһы бер миңә шылтыратып кәңәш һораны. «Уй, яңлыштым бит, холҡо ауыр икән, тәүге иремде һағынам. Ни эшләргә икән?»,—ти. «Үҙең һайлап алған яҙмыш»,—тинем. Кешене бәхетһеҙ итеп бәхетле булып булмай шул... Мин бит уға рәнйегән инем. Үҙенә иһә рәхмәт белдерҙем. «Һинең килеп сыҡмаһаң, мин артабан да иремдең ваҡсыллығына түҙеп йәшәр инем»,—тинем.
Әйтер һүҙем шул: әгәр рәнйетәләр, мыҫҡыл итәләр, ҡул күтәрәләр, аҡсаһын ғаиләһенән ҡыҙғаналар икән, түҙмәгеҙ. Кеше ни әйтер икән тип йәшәмәгеҙ, үҙегеҙҙе уйлағыҙ. Ерҙә бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ!
Лилиә.