Гөлназ Әхиәт ҡыҙы Әбйәлил районының Үтәгән ауылында тыуған. Әсәһе йәшләй генә 8 бала менән тол ҡалып, ҡыҙ-улдарын башҡаларҙан кәм-хур итмәй, ел-ямғыр тейҙермәй, әммә эшкә өйрәтеп, донъя көтөүгә әүәҫ, әрһеҙ итеп үҫтерә. Гөлназ ауылда башланғыс класты тамамлағас, Сибай интернат-мәктәбенә уҡырға килә. Урал аръяғының төрлө ҡала һәм райондарынан йыйылған балалар араһында ҡыҙ юғалып ҡалмай, киреһенсә, тырышып уҡый, спорт, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. География уҡытыусыһы Урал Ишбирҙе улы Ҡылысов (мәрхүм) республика туристик слетына ныҡлы әҙерлек үткәргәндә үҙләштергән тормош һабаҡтары уның хәтеренә мәңгегә һеңгән. Ҡыҙ шулай уҡ йыр-бейеү түңәрәктәрендә ҙур теләк менән шөғөлләнә. “Гимназия моңдары” конкурсында ҡатнашып, Йылайыр һандуғасы Гөлсөм Бикбулатованан ғына ҡалышып, икенсе дәрәжәле дипломант булып таныла. Шунда башҡарған йырҙы, ниндәй кейемдә сығыш яһауын һаман яҡшы иҫләй ул. Тоҡомонда сәнғәт кешеләре лә юҡ түгел: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһенең оркестр баянсыһы Рәмил Әбүбәкиров яҡын ғына ағаһы. Әбйәлилдең атаҡлы сәсәниәһе Хәнифә Әбүбәкирова ла уның туғаны.
Шуға ла 11-се класты бөткәндә уның алдында уҡырға ҡайҙа барырға тигән һорау тормай. Гөлназ Өфө сәнғәт институтына документтарын тапшыра. Моңдо ишетеү һәләте, үҙенсәлекле тауышы булһа ла, бер ниндәй ҙә музыкаль белеме булмағанлыҡтан, ҡыҙҙы уҡырға алмайҙар. Йәй аҙағында ауылдаш ҡыҙы: “Юлдыбай һөнәрселек училищеһында бухгалтерҙар курсына уҡыталар. Әйҙә шунда барайыҡ”,--тигәс, әхирәтенең тәҡдименә ҡаршы төшмәй. Шулай итеп, Гөлназ Әхиәт ҡыҙы Юлдыбайға килеп эләгә һәм артабанғы бөтә тормошон ошо ауыл менән бәйләй.
--Юлдыбайҙың дан нәҫелдәренең береһе—Ҡуғашевтар ғаиләһенә килен булып төшөүемә 30 йыл булып килә. Ул ваҡытта ҡайным Ғүмәр Хәсән улы мин уҡыған һөнәрселек училищеһының директоры ине. Өйләнешкәс, башта ҡайным-ҡәйнәм менән йәшәнек. Унан үҙебеҙ өй һалып сыҡтыҡ. Күп балалы булараҡ алған ер участкаһында ҡалҡытҡан яңы йортобоҙға 2018 йылда күстек,--тип һөйләй Гөлназ Әхиәт ҡыҙы.-Һөнәр алырға тип килгән белем усағына, хәҙер инде Урал аръяғының агроинженерия колледжы тип аталған уҡыу йортона әле лә тоғро ҡалам: ашнаҡсылар, кондитерҙар уҡытыуға тос өлөш индерәм. Магнитогорск дәүләт университетының ситтән тороп уҡыу бүлегендә юғары белем алдым. Эшем оҡшай, дәрестәргә ихлас йөрөйөм, буласаҡ хужабикәләргә аш-һыу әҙерләү серҙәрен өйрәтәм.Тик һуңғы йылдарҙа дәрестәр һаны ныҡ кәмене, шуныһы эсте бошора.
Гөлназ Әхиәт ҡыҙы һөйләүенсә, колледжда эшләү уға күп мөмкинлектәр асҡан.
Эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Ворлдскилс чемпионатында, башҡа конкурс, ярыштарҙа студенттары күп тапҡыр ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән. Үҙе лә уҡытыу производствоһы мастеры булараҡ, Ворлдскилс сиктәрендә ойошторолған саралар уртаһында ҡайнай, шул тармаҡта камиллашыу курстары үтә.–Унда ярыш буйынса бешерергә тейешле аш-һыу әҙерләүгә билдәле миҡдарҙа аҙыҡ-түлектең һәр грамы үлсәп бирелә. Ризыҡ бер грамм да артып ҡалырға, бер грамм да етмәй ҡалырға тейеш түгел. Мин дә буласаҡ ашнаҡсы, кондитерҙарҙан шуны талап итә. Ризыҡты исраф итмәгеҙ, эш урынын тәртиптә тотоғоҙ, әҙерләп тороғоҙ, һауыт-һабағыҙҙы йыуып тороғоҙ, тип аңлатам. Ҡыҙым Камиланан да шуны талап итәм,--тине Гөлназ Әхиәт ҡыҙы, эше хаҡында һөйләгәндә күҙҙәрендә осҡондар ҡабыҙып.
Гөлназ һәм Кәрим Ҡуғашевтарҙың өйөндә лә эш гөрләп тора. Уңған хужабикә былтыр дәүләттән 350 мең һум күләмендә адреслы социаль контракт ярҙамы алып, билмән, манты бөрөү буйынса шәхси эшен асҡан. Беҙ барғанда ла Рәхилә Нәҙерғолова һәм Лира Ғәлиәкбәрова исемле уңған ҡатындар өйөнөң ярымфабрикаттар етештереү өсөн ҡулайлаштырылған бүлмәһендә ит ризыҡтары әҙерләй ине.-Аҡсаға ҡамыр баҫҡыс, йәйгес, махсус өҫтәлдәр, подностар, башҡа кәрәк-яраҡ алдым. Фарш яһау өсөн итте Баймаҡ баҙарынан алһаҡ, ҡамырҙы үҙем баҫам. Көнөнә эшселәрем бөтәһе 25 килограмға яҡын ярымфабрикат етештерә. Уларҙы ауыл магазинына һатыуға сығарам,--тип һөйләй ҡул ҡаушырып ултырып өйрәнмәгән әңгәмәсем.-Заказға торт, бәлештәр бешереп һатыуҙы яйға һалып алырға уй бар. Ҙур теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк.
Шул арала хужабикә урамындағы теплицаһынан эре ҡыҙыл, һары татлы боростарын, ҡып-ҡыҙыл помидорҙарын индереп салат яһарға кереште. Ашҡабаҡтан эшләгән һуты ҡуйылығы, тәмлелеге, татлы еҫе менән хушты алды. Тоҙло ҡыяр, ҡышҡылыҡҡа яһалған салаттар, ҡайнатмаларҙан, ҡаҙы-ялы, бишбармаҡтан өҫтәле һығылып тора. Ире тотҡан йылға балығын ҡыйбатлы ресторандарҙа әҙерләнгән һыйҙан мең артыҡ итеп бешергән. Урамы тулып йөрөгән ҡош-ҡорт та, ҙур баҡса ла – муллыҡ, етеш тормош күрһәткесе.
Донъяларының ҡото, йәме хужабикәнең уңғанлығын күрһәтһә, ихатаның төҙөк, һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы йорт хужаһы Кәрим Ғүмәр улының булдыҡлығын раҫлай. Ғаилә башлығы аҙ һөйләп, күп эшләй торғандар затынан. Алыҫ рейстарға йөк ташыу менән булыша ул. Өйҙә булғанында иһә йорт-ҡураһын ҡараштыра, ауылда йәшәгән әсәһенә ярҙамлаша.
Ҡуғашевтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап һәр яҡтан өлгөлө. Өлкән улдары Асҡар Мәскәүҙең юғары йорттарының береһендә уҡып, шунда төпләнгән. Үҙ эшен булдырған. Былтыр Сибай ҡыҙы Әлиә менән никахлашҡан. Икенсе улдары Алмас Баймаҡтағы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, әрме хеҙмәтен үткәндән һуң, Мәскәүҙә ағайы янында эшләй. Өйҙәренең йәме—Камила ҡыҙҙары ҡасандыр ике ағаһы белем алған Күмертау ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһында 10-сы класта уҡый.
-Бер нисә йыл элек Асҡар улым Мәскәүҙә аралашҡан яҡташ дуҫтары менән Һаҡмарҙан һалдан ағып төшөргә тип йөрөгәндә Сибайҙанбыҙ тип беҙҙең өйгә ике ҡыҙ килеп инде. Улар дуҫ егеттәренең таныштары икән. Йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләнеләр, аҙаҡ һауыт-һабаны йыуып сығып киттеләр. Шул ваҡытта өлкән улыма, ҡыҙҙар шәп, егәрле, ошондайҙарҙы килен итеп алыр инем, тинем. Аллаһ Тәғәләнең амин тигән сағына тура килгәндер: әлеге көндә Ҡазанда медицина университетында уҡыған киленем Әлиә шул ҡыҙҙарҙың береһе. Бәлки, улым минең һүҙемә ҡолаҡ та һалғандыр, ә ул ваҡытта Асҡар Әлиәне белмәй ҙә ине,--тип ҡыуана Гөлназ Ҡуғашева.
Улдары һәр эштә атайҙарының ярҙамсылары булһа, ҡыҙҙары Камила иһә әсәһенең уң ҡулы. Әсәһенә оҡшап ҡыҙ аш-һыуға оҫта, айырыуса торт бешереүгә әүәҫ. Заказға бешереп һатырға ла өлгөрә. Тырыш ҡыҙы шулай уҡ бәләкәй сағынан ауыл мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Матур йырлай ҙа, әсәһенә, өләсәһенә оҡшап, сәнғәт ярата. Бәләкәй сағында «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә ҡатнашып, дипломант исеменә лайыҡ булған. Яңғыҙы ла, әсәһе менән бергә лә «Байыҡ» республика телевизион бейеү конкурсында көсөн һынап ҡараған.
Гөлназ Ҡуғашеваны ауылдаштары табындарҙы оҫта итеп алып барғаны өсөн дә үҙ итә. Тамада булараҡ, уны күптәр туй мәжлестәре, башҡа йыйын-ҡунаҡтарҙы үткәрергә лә саҡырып тора. Ауылдың мәҙәниәт йортонда эшләп килгән ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблендә йырлай. Былтыр Йылайырҙар Өфөлә концерт ҡуйғанда ла ул сәхнә түрендә була.
Был мәҡәләне уҡыған бәғзеләр, Гөлназ Әхиәт ҡыҙының тормошо тик кәйеф-сафа ҡороп тәмле-татлы ризыҡ ашап, хан һарайындай йортта батшабикә кеүек рәхәт кенә көн итә тип уйлауҙары бар. Ысынында бай бисә кеүек йәшәр өсөн уға ете ҡат тир түгергә, бил бөгөргә, тормош ауырлыҡтарын, һынауҙарын һыр бирмәйсә йыр-моң ярҙамында еңеп сығырға тура килә. Һәр кемдеке кеүек Гөлназ Әхиәт ҡыҙының да юғалтыу-табыштары, аһ-зарҙары ла етерлек.
16 йыл элек берҙән-бер ҡыҙын тапҡандан һуң ул үлеп терелә. Ике улынан һуң тыуған ҡыҙсығына юл бигерәк урау була: операция ысулы менән донъяға килгән сабыйына ғүмер биргәндә табиптар уның организмына инфекция индерә. Әсәһе Өфө дауаханаһынан йүнәлеп сыҡҡансы Камилаһын имеҙергә, бағырға алай ҙа йәш имсәкле бер туған апайы була. Был һынау ҙа әсәгә һәр йөклөлөк уңышлы тамамланмауын күрһәтә, ҡыҙлы булыу өсөн мең ғазап аша үткәрә. Йәшләй генә килен булып төшөп, Йылайыр еренә ерегеп донъя көтөп китеү, бер түгел ике йорт һалыу, өс бала табыу, ҡайны-ҡәйнәгә, иргә ярап йәшәү еңел булмаһа ла, Гөлназ Әхиәт ҡыҙы яҙмышына, мөхәббәтен тап Юлдыбайҙа осратыуына үкенмәй. Ғүмеренең, тормошоноң, йәшлегенең дауамы--бынамын тигән балаларына ҡарап ҡыуана бөгөн әсә. Ғәзиз балаҡайҙарым төбәп ҡайтыр ер, ата нигеҙе ныҡлы, күркәм, бәрәкәтле булһын тип тырыша эшһөйәр ҡатын. Асҡар улының туйын үткәрәһе бар. Шуға ла берҙе ике итергә ашыға, йәшәйештәре мөмкин тиклем имен, тыныс, мул булһын тип янып йәшәй, янып эшләй.
Гөлдәр Ҡадаева.
фотолар: Гөлдәр Ҡадаеваныҡы һәм Ҡуғашевтарҙың ғаилә архивынан