АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Хоккей ҡумтаһы әҙерләнә

Аҡъяр ауылы халҡына—«Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенән бүләк

Хоккей ҡумтаһы әҙерләнәХоккей ҡумтаһы әҙерләнә
Хоккей ҡумтаһы әҙерләнә

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында заманса хоккей ҡумтаһы булдырыла. Ул ауылдың төньяҡ-көнсығыш паркында урынлашҡан.

Бөгөн территорияны планлаштырыу, нигеҙен асфальтлау, борттар ҡуйыу эше тамамланған. Ҡумтаның майҙан үлсәме халыҡ-ара стандартҡа тап килә—56 метрға 26 метр. Һауа торошо тейешле кимәлгә еткәс тә боҙ йәйеләсәк.

—Предприятие һәр саҡ социаль проекттарҙы хуплай, халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Яңы майҙан балаларҙың да, үҫмерҙәрҙең дә, ололарҙың да яратҡан урыны булыр тип ышанабыҙ. Сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты популярлаштырыу маҡсатында эшләйбеҙ,—ти «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең генераль директоры Алесандр Туленков.

Бында конькиҙа ғына шыумаҫтар, хоккей буйынса район ярыштары ла үтер. Ә йәйгеһен майҙан мини-футбол өсөн ярап ҡаласаҡ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас