Армияла хеҙмәт иткәндә Молдавияға, айырып, атап әйткәндә уның Дубассар районына бер аҙналыҡ командировкаға ебәрҙеләр. Иретелгән сургучҡа тимер мисәт менән баҫып нығытылған һоро төҫтәге ҙур конверттағы ҡалын ғына документтар йыйылмаһын шул райондың военкоматына һуңламайынса алып барып тапшырырға тейешмен икән. Сик буйы ғәскәрҙәренә ҡараған сержанттар мәктәбенең штаб канцелярияһына саҡыртып, теге хаттан тыш командировка ҡағыҙын, юл сығымдары өсөн наҡыҫ ҡына аҡса тоттороп, бараһы маршрут менән ентекләп таныштырып, сәфәргә бер үҙемде ебәрергә иткәйнеләр, эйәреп мәшәҡәтләүсе бәйнәтте таҡмағастары ҡыуанып ризалаштым. Яңғыҙың булһаң иреклерәкһең, бойондороҡһоҙыраҡһың, шул яғы ҡулай. Гимнастеркамдың түш кеҫәһенә һалып йәшергән серле хатты алып китеп барыуым, уны һиҙгер һаҡларға кәрәклеге, мин, ҡыҙыҡ, мажара эҙләүсе вайымһыҙ елғыуарҙың ике ятып бер уйына инеп сыҡманы. Ике көн ярым тигәндә бер поездан икенсеһенә күсеп ултырып, вокзалдарҙағы оҙон сираттарға баҫып оҙайлы туҡталыуҙар менән тәғәйен урынға барып етеп ниһайәт йомошомдо йомошланым да, бында тағы ла әллә килеп була, әллә юҡ, тип, ваҡыт иркенлегенән файҙаланып Молдавияның баш ҡалаһы Кишиневты йөрөп күрергә булдым. Матур, күркәм ҡала. Ҡала уртаһындағы иркен майҙанға Григорий Иванович Котовскийҙың һәйкәле ҡуйылған. Уны һыбай ултыртып һынландырғандар. Һәйкәл янына тере сәскәләр һалынған, милли герой кимәленә күтәрелгән хәрби етәксегә бына ошондайыраҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелергә тейештер ҙә инде. Ошо урында шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, Котовскийҙы түбәнһеткәндән, уның хәрби хеҙмәттәрен еткелекле кимәлдә баһаламағандан түгел, иллә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле һайланған урыны менән дә отошло, постаменты ла бейегерәк һәм дөйөм күренеше лә мөһабәтерәк икән. Ғинуар урталары булыуға ҡарамаҫтан бында ҡар ғына түгел, ҡырау ҙа ҡунмаған ҡара ер ята ине әле, йылы көн торошо ла йәнде, тәнде иркәләгән салт аяҙ әбейҙәр сыуағына оҡшаш. Кишиневтан ҡырҡ саҡрымдар самаһы йыраҡта ятҡан Дубассарҙан килешләй автобус тәҙрәһенән тирә-яҡты ҡарап күҙәткәндә шуныһы хайран итте, беҙҙә, ҡайҙа ҡарама ашлыҡ баҫыуҙары йәйрәп ятһа, бында күҙ күреме ҡалҡыулыҡтарҙы тотошлайы менән тиерлек виноград баҡсалары биләп алғайны, тимәк сырмалсыҡ ҡомалаҡты хәтерләткән ул ҡыуаҡтар бында ғәҙәти иҫәпләнә, ғәҙәти булғас күҙ өйрәнгән осһоҙ, билдәле булыуынса, алтынды сыҡҡан ерендә ҡәҙерләмәйҙәр, баһаламайҙар. Бының шулай икәнлегенә ҡаланың үҙәк баҙарына барғас инандым: ҡайҙа ҡарама саф, яңы ғына һабағынан өҙөлгән емеш-еләк, башлыса виноград өйөмдәре, улар ҡара, ҡыҙыл, һоро, көңгөрт, йәшел төҫтәләр, ҡайһы берәүҙәре үтә күренмәле ымһындырғыс булып тамылйыйҙар ҙа. Баҙар ҡайҙа ла баҙар инде, ҡабырға-стеналары, бейек көмбәҙе үтә күренмәле оргбыяланан хасил ҙур ҡоролма ингән-сыҡҡандарҙың аяҡ тауыштарынан, алыш-биреш иткәндәрҙең теремек гәпләшеүҙәренән, бәхәс ҡороуҙарынан шау-гөр килеп тора. Бер нисә рәт булып теҙелгән һатыу кәштәләренең береһендә туҡталдым. Миңә ҡаршы яҡҡа тәбәнәк буйлы, ҡояш ипкенендә оҙайлы киптерелгән балыҡтай йоҡа кәүҙәле, ҡупшы һаҡал-мыйыҡлы молдаван ҡарты баҫҡан, тоташып тиерлек үҫкән, бер аҙ салланған яҫы ҡаштар аҫтынан бешкән сливалай мәрхәмәтле күҙҙәр ҡарай. Мине ана шул ипле, йомшаҡ ҡараш туҡтатты ла шикелле. Урынында тороп сыҙамаған етеҙ хәрәкәтле ҡарт мине абайлап өлгөрөү менән күптән көткән ҡунағын ҡаршылағандай тыйнаҡ, әммә саҡырыулы тауышланып әйҙүкләне:
- Салут! Буне диминеа ца!
Молдаван телендә сәләмләүҙе һиҙемләп яуаплай һалдым:
- Здравствуйте отец, добрый день!
- День действительно добрый! Молодой человек, - яурындарымдағы старшина погондарына күҙ һалып алғас өҫтәне, - большой командир, если я не ошибаюсь, вы ищите меня, только меня!
- Вашими устами глаголит истина! – Әйтелгәндәрҙе йылы ҡабул итеп, ихлас йылмайып ебәрҙем.
- Тогда, как говорится, бине ац венит, добро пожаловать! – Һатырға һалған емештәрен тотошлайы менән, бер юлы күрһәтергә теләгәндәй ҡоласын йәйеп ебәрҙе. - Йәнегеҙ нимә теләй, йәш кеше, хәҙер алдығыҙға килтереп өйөп һалам, өйөп кенә һалмайым, бушлай бирәм.
- Буштың атаһы күптән үлгән, тиҙәр беҙҙең яҡта, бушлай ярамайҙыр, ни тиһәгеҙ ҙә беҙ баҙарҙабыҙ, алыш-биреш ҡайнаған урындабыҙ, ә унда кемдер ота, кемдер отола, сауҙаның аяуһыҙ ҡануны шундай.
- Отоу, алдашыу, ялғанлау - холҡома ят, баҙарҙың да сауҙаһыҙы, кешенең дә төрлөһө була.
Ҡарт бер аҙға туҡтап алдына теҙгәндәрҙе баһаларға ирек бирҙе лә хәбәрен яңыртты:
- Ирәбеләнеүемә аптырамағыҙ, минең ейәнем дә һалдат, бына һеҙ яныма килгәс, уны күргәндәй булып киттем.
- Һалдат?
- Эйе һалдат: оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, көс-дәрте ташып барған һылыу егет, торғаны менән әкиәт батыры, баш бирмәҫ ғорур гайдук, Бөйөк Штефан! – Яратҡан ейәнен күҙ алдына баҫтырғанғалыр теремек ҡараш осҡонланып янып китте.
- Ул моғайын да Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итәлер, ғәҙәттә ундағыларҙы беҙгә, беҙҙекеләрҙе шул яҡтарға ебәрәләр.
- Шөкөр, ейәнем алыҫта түгел, Калининград өлкәһендә генә, алыҫ йөҙөүҙән ҡайтһа күмәкләп барып уны күреп ҡайтырға ла ниәтләйбеҙ.
- Бына яңылыҡ, мин дә шунан килдем бит.
- Ҡайһы ерҙән?
- Польша сигендәге Озерск ҡалаһынан.
- Йәл, минең улым Кёнигсберг, хәҙергесә әйткәндә Калининградтың үҙендә, Балтик флотында өлкән матрос дәрәжәһендә йөрөй. – Тәрән бураҙналар сыбарлаған мөләйем йөҙҙән моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үтте. – Шулай ҙа бик шатмын, ни тиһәң дә ейәнемә иң терәп тиерлек ил һаҡлайһығыҙ, һеҙ ҡоро ерҙә, ейәнем диңгеҙҙә, шуныһы ҡәҙерле. – Иғтибарлап бит-йөҙөмдө күҙҙән үткәрҙе. - Яңылышмаһам, һеҙ мосолманға оҡшағанһығыҙ, ҡайһы яҡтанһығыҙ?
- Башҡортостандан.
Яныбыҙҙа башҡа һатып алыусы күренмәгәс ҡарт иркенләп оҙон хәбәргә күсте:
- Уралдан, әләйгәс, күп юлдар үтеп, күп ерҙәр күрһәм, гиҙһәм дә унда булғаным юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ә бына Ҡаҙағстанда төрмәлә ултырып сығылды, биш йыл! Бөгөнгөләй иҫтә, 1956 йылда сиған таборы йәй башынан ҡаҙаҡ далаларында йәйләй ине. Яҫтығын таш, юрғанын йондоҙло күк йөҙө иткән берәҙәк сиғандың көнитмеше билдәле – бөгөн бында, иртәгә тегендә. Икһеҙ-сикһеҙ даланың ике генә билдәһе аңымда уйылып ҡалған – ер өҫтөн ябып аҡ диңгеҙҙәй тирбәлгән сал ҡылған һәм һис ҡасан иҫеүҙән туҡтамаған ҡыуан ел. Әмәлгә баҡҡандай шул йылда ил башлығы сиғандарҙы донъя гиҙеүҙән тыйған ҡарар сығарған йәнәһе лә, фарман нигеҙендә мине, табор вожагын тиҙ арала ҡулға алып, судһыҙ-ниһеҙ ябып та ҡуйҙылар. Унда күргән, татыған михнәттәр айырым бер тарих. Срогымды артығы менән тултырып кире бында ҡайтҡанымда ҡатыным Зара үлеп киткәйне, берҙән-бер улым кеше ҡулына ҡарап ҡалған. Уны яңғыҙ үҙем тәрбиәләп үҫтерҙем. Яңғыҙым, тинем, сөнки элекке төрмә кешеһенә ҡайҙа ла ситнәтеп ҡаранылар, тыныс көн итергә бирмәнеләр. Бер урында оҙаҡ сыҙатмағастар, ни ҡушалар шуны башҡарып төрлө эштә йөрөнөм, ғәҙелһеҙлекте, хаяһыҙлыҡты күп күрелде. Улымды үгәй әсәнән йәберһеткем килмәгәнгә башҡаса өйләнмәнем, тағы Зара һымаҡ аҡыллы, тоғро ҡатынды эҙләһәм дә башҡаса таба алмаҫ инем. Бына шундайыраҡ ғибрәтле яҙмыш, хәйер, һәр әҙәм балаһының маңлайына яҙғаны, тигәндәй, минең һөйләгәндәр, һеҙгә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгелдәр.
- Ҡайһы саҡ күңелдә йөрөткәнде кемгәлер һөйләге килә, хатта таныш түгел сит кешегә лә.
- Уныһы шулай.
Бер аҙ һүҙһеҙ торғас әңгәмәнең ағышын үҙгәрттем:
- Бында шул тиклем дә виноград күп икән, әйтерһең дә был емеште тотош Молдавия баҡсаларынан бер юлы тиреп бында килтереп һалғандар.
- Еребеҙҙең изге билдәһенә әүерелгән бит ул виноград, әммә саҡ ҡына хата ебәрҙең ошо урында, быйыл ныҡ ҡоролоҡ килеү сәбәпле теләгән уңышты йыйып ала алманыҡ.
Төптө юҡты, ысынбарлыҡҡа тап килмәгәнде һөйләйһең бит, тигәндәй ҡарашым менән иркен сауҙа рәттәрен иңләнем.
Әйткәненә ышандырырға теләгән ҡарт дауам итте:
- Уңыш насар булғас етерлек кимәлдә вино ла хәстәрләп булманы.
- Ул эсемлекте күпме әҙерләнегеҙ инде?
- Булыр-булмаҫ бер мискә генә.
- Ә мискәнең һыйҙырышлылығы күпме?
- Ике йөҙ литр тирәһе.
Бындағы үлсәүҙе һәм саманы белмәгәс телдән ҡалдым.
- Ергә күмелгән мискәләр беҙҙә берәү генә булмай, бер нисәү, вино ни тиклем оҙаҡ һаҡланһа ул шул тиклем сифатлыраҡ һәм ҡеүәтлерәк иҫәпләнә. – Алдында ятҡан ике виноград шәлкемен ҡулына алып әйләндергеләне. – Күр, ниндәй матурлыҡ, быны ашап түгел, ҡарап туйырға мөмкин, ә һис ҡасан туя белмәгән ҡорһаҡты нимә менәндер тыңҡыслап тултырыуға ҡарағанда күңелдең, йәндең риза булыуы һәм ҡәнәғәт ҡалыуы күпкә мөһимерәк! Ҡарап сағыштырҙың бит инде, емештең ниндәй төҫлөһөн теләйһең, егет, ниндәйерәк тәм йәнеңә яҡын, әскелтемме, әллә баллымы?
- Әйҙәгеҙ, әскелтем тәм әйткән ҡыҙылында туҡталайыҡ.
- Бына бит, беҙҙең һөйләшеүебеҙ берегеп кенә бармай, тәм тойоуыбыҙға саҡлы тап килә, мин дә яратмайым шәрбәтлене. - Ул шулай һөйләнә-һөйләнә эргәһендә ятҡан ҙур ғына сепрәк моҡсайҙы емеш-еләк менән тултырып ташланы.
- Миңә ул тиклем күп кәрәкмәй, тәмләп ҡарау өсөн ҡуш ус самаһы ла етә.
- Өндәшмә, тегендә ҡайтҡас хеҙмәттәштәреңә өләшеп ауыҙ иттерерһең, Анжел олатай ҡояш ярсығын күстәнәс итеп һалды, тиерһең.
- Анжел, матур икән исемегеҙ.
- Уның ниндәйерәк мәғәнә аңлатҡанын әйтәйемме? Йәнәһе лә яҡындарына ярҙам итергә ынтылыусы, йомарт йән. Һуңлап ҡына булһа ла танышайыҡ, һеҙҙе кем тип йөрөтәләр?
- Хәйҙәр, тиҙәр мине, тура мәғәнәһенә килгәндә – арыҫлан.
- Бына ошондай арыҫландар һаҡлай инде ул илде!
Һүҙсән Анжелдың хәбәре оҙаҡ һуҙыласағын һиҙгәнгә ҡул сәғәтемә күҙ аттым, Кишинев-Минск поезының ҡуҙғалырына ла сәғәт самаһы ваҡыт ҡалып барғанға алға ҡуйылған моҡсайға ымлап ҡабаланғанлығымды белдерҙем:
- Үлсәгеҙ ҙә хаҡын әйтегеҙ, зинһар! - Түш кеҫәмдәге партмонеға үрелдем.
- Баштан уҡ нимә тигәйнем әле – бушлай, фәҡәт бушлай!
- Һуң, һеҙ бында һатыу итеү өсөн килгәнһегеҙ түгелме?
- Дөрөҫ әйттегеҙ, мин башҡалар өсөн һатыусы, ә һеҙҙең өсөн олатай, һәм һеҙ – минең көтөп алған ҡунағым!
- Улай килешер микән?
- Һәр ғәмәл килешә, килештерә белһәң.
- Һау булығыҙ!
Анжел һонолған ҡулымды һөйәктәрҙән хасил ҡуш усына йомарланы:
- Имен йөрө, балам!
Китә биргәс артымда өндәшеү ишетеп бер аҙға туҡталырға мәжбүр булдым.
- Улым, бәлки беҙҙә йоҡлап сығырһың, ә? Бер кис генә, бар һыйыбыҙҙы алдыңа ҡуйып ҡунаҡ итербеҙ, мин бит ҡаланың ситендәге шәхси йортта улым, киленем ҡарамағында көн итәм. Торлағыбыҙ яҡты, ҡотло, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ күп булһа ла иркен, улым да, киленем дә ҡунаҡсылдар. Күрше-тирәне йыйып ҡунаҡ итербеҙ, йәғни һине күрһәтербеҙ. Ер аҫтына күмелгән балсыҡ мискәләрҙең ҡәҙерле ҡунаҡтарға ғына тигәненән алып шәп вино менән һыйларбыҙ үҙеңде. Иҫертмәгән, башҡа сыҡмаған, бары кәйефте күтәргән, тел асҡысына торошло батшалар эсемлеген етештереү серен мин генә беләм, башҡа берәүҙең дә ҡулынан килмәй!
- Икенсе, ҡулайлыраҡ ваҡытта, олатай, йәме, Армиянан ҡайтышлай тура һеҙгә һуғылырмын.
- Быныһын арттыраһың, шаштыраһың, егет, шулай ҙа күңелемә өмөт һалып, киләм, тип әйтеүең, әммә вәғәҙәләмәүең килешле. Көтәбеҙ, хәйерле, бәлә-ҡазаһыҙ сәфәр һиңә. Мине эҙләп табыуы еңел, ошонда килеп Анжел-ангел ҡайҙа, тиһәң һәр осраған төртөп күрһәтер. Мин һинең исемеңде онотмам бер ҙә, һин дә онотма!
Хәҙер әүәлге совет иле иҫәпләнгән Молдавия менән Рәсәйҙең мөнәсәбәттәре үтә лә ҡырҡыулашып китте. Ҡайымлашыуҙың, бәхәстең сәбәбе тормош ағышын һин дә мин, ҡәҙимгесә ҡабул итеп көн иткән бер ҡатлы халыҡҡа билдәһеҙ ҡала килә. Улайға уҡ китһә элек союздаш республикалар булып иҫәпләнгәндәрҙең ҡайһы берәүҙәре беҙгә ҡан дошман, ҡырын ҡарауҙары күрә алмау кимәленә еткәс, онотолған дуҫлыҡтары ла шул сама ғына булғандыр инде. Быуаттан ашыу һаҡлаулы, ҡурсалаулы иҫәпләнгән дөйөм ҡыйыҡ аҫтында йәшәп тә, әлеге мәлдә бер-береңә күрһәтелгән екһенеүле мөнәсәбәт, ашап йөрөгән сеүәтәңә төкөрөүгә, үҙең ултырған ботаҡҡа балта сабыуға бәрәбәр. Ә минең өсөн Молдавия, төпһөҙ зәңгәр сатырлы, йәннәткә тиң республика булып ҡалды һәм ҡала, шулай булғас һәр ваҡыт теләп барыр төбәк. Молдавия тиһәм, күҙ алдыма йәйерәп күренгән виноград баҡсалары, остары ете ҡат күкте терәгән мәғрур тауҙар, ҡалҡыулыҡтар йәме кодрҙар, ябайлаштырып әйткәндә ҡупшы, йәшел ҡыуаҡлыҡтар, сәскә келәмле болондар күҙ алдыма килеп баҫалар, йәнә ҡоласын йәйеп киң күңелле, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл молдаван ҡарты Анжел виноград шәлкемен алға һоноп ҡаршыма килеп сығыр төҫлө.
Ҡайтырға, тип дөйөм вагондың һәндерәһенә инеп ултырғас теге моҡсайҙан сығарып ауыҙыма бер бөртөк кенә виноградты өҙөп ҡаптым, ауыҙым эсенә әскелтем, үҙенсәлекле тәм таралды, сихри еҫ танауыма бәрелде.
Миңә генә түгел, ғөмүмән ауыл балаларына үҙебеҙҙә үҫмәгән емеште һирәк-һаяҡ татып ҡарау, уның үҙенсәлекле тәмен тойоу үтә лә танһыҡ ине. Күҙ күреү генә түгел, хатта ҡолаҡ ишетмәгән ят ризыҡ хаҡында һөйләрҙән алда хикәйәләүемде ана шул сихри еҫтән башлайым әле.
Тыуған ауылымда картуф баҡсаларына терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урманда алмағас үҫә торғайны. Ғәжәп күренеш, ҡайын, уҫаҡ, йүкә ағастарына йәнәшәләп, бәләкәй генә аҡлан асыҡлығында тамыр ебәргәйне ул. Бейеклеге лә ат һыртынан ары ҡалҡмаған, үҙенең ботаҡтары ҡуйы, япрый ғына. Уны ауылдың участка дауаханаһында табип булып эшләгән Павел ҡайҙандыр алып ҡайтып ултыртҡан, тип һөйләнеләр аҙаҡ. Ни сәбәптәндер ул дауахана баҡсаһын түгел, ошо аҡланды һайлаған, һәм уны шул алмағасты ултыртып йөрөгәнендә килеп ҡулға алып киткәндәр. Тирә-яҡ ауылдар күҙ терәп торған Павел шул китеүҙән ҡайтмаған, ҡомға һеңгән тамсылай ғәйеп булған. Ул кешеләрҙе дауалап, күптәрен әжәлдән әрсәләп алып ҡалып халыҡ күңелендә ҡалған, йәнә үҙенән һуң кинәйәле билдә итеп ошо алмағасты ҡалдырған. Бик күп йылдар үткәс әле Доктор Павелдың яҙмышын асыҡларға тырыштым. Илленсе йылдар башында, репрессия йылдарында Мәскәүҙә илдә киң билдәле табиптарға ҡарата енәйәт эше асалар, ул тарихта “Докторҙар эше” (Дело врачей) атамаһы аҫтында билдәле. Һәр сөскөргәнгә йәрхәмбикалланан һалдырған ялағайҙар быны урындарҙа шундуҡ элеп алып йәйелдереп тә ебәрәләр, һәм ситтән килеп төпкөл башҡорт ауылында эшләп йөрөгән Павел да халыҡты ағыуларға тырышыуҙа ғәйепләнә. Ысынлап та ул дарыуҙарға ҡытлыҡ заманда ауырыуҙарын үҙе етештергән дауалар, ҡырҙан йыйған үләндәр менән дауалаған. Шулай итеп халыҡҡа тәғәйен дауаһы үҙенең ҡазаһына әүерелә. Алға китеңкерәнем, хәҙер алмағасҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул ҡырағай шарттарҙа үҫкәнгәлер, һис ҡасан сәскә атманы һәм емешкә бөрөләнмәне. Муйыл, сейә, ҡурай еләге, ҡарағат, әсе баланға күнгән бала-саға уның бер килеп йоҙроҡтай уҡ булмаһа ла, бармаҡ башындай алмаһын татып ҡарарға хыялланып йәшәне. Ҡыҫыр ағас емеш бирмәһә лә бик ҡәҙерле ине ул беҙҙең өсөн, шулай булмаһа йәмләргә, күркәмләргә тырышып уның ботаҡтарына аллы-гөллө таҫмалар элмәҫ инек. Йәйге селлә уҙып урман емештәре алланыр мәл етһә шул алмағастың япраҡтарын өҙөп алабыҙ ҙа күлдәгебеҙҙең түш кеҫәһенә һалып, ваҡыт-ваҡыт танауыбыҙға яҡын килтереп еҫкәп йөрөйбөҙ. Ит күрмәгәнгә үпкә ла аш, тигән һымаҡ япраҡтар наҙлы, тыйнаҡ еҫ бөрккән хушбыйлы була торғайны. Шуға кинәнәбеҙ, рәхәтләнәбеҙ, шуныһына ла ҡәнәғәтбеҙ. Училищыға уҡырға кергәс әле уҡыу йорто ҡаласығында үҫкән алмағастарҙың береһенең япрағын өҙөп һынап ҡараным, әммә, бала саҡта кисергәнде ҡабатлап кисермәнем. Шунда үҙем өсөн тағы ла бер яңылыҡ астым, бала саҡтағы тәм һәр ваҡытта тел осонда, еҫ танау тапҡырында, күргәндәр күҙ уңында, кисергәндәр күңел түрендә икәндәр.