Теге, урман алмағасы беҙҙе оҙаҡ ҡыуандырманы. Бер көн, дөрөҫөрәге кеше аяғы һил булған эңер мәлендәме, әллә төн ҡараңғылығындамы уны тамырынан аҡтарып алып киткәйнеләр. Ауыл ерендә дөйә генә түгел, энә лә эҙһеҙ юғалмай, ҡараҡ та тиҙ арала асыҡланды, табылды, ул ауылдың урта тошонда йәшәгән Ғәлиәхмәт ҡарт икән. Уның арҡыры ятҡанды, ҡырын ҡарағанды, эйәһенән аҙашҡанды йортона ташыуын барыһы ла белде, көмрөнө ҡәбер генә төҙәтә бит, шуға ауылдаштар мөлкәттәренә йыйнағыраҡ, һағыраҡ ҡарарға, иғтибарлыраҡ булырға тырыштылар, тик ни тиклем генә һаҡлама, ҡурсалама тыҡшырма Ғәлиәхмәттең ишек алдына ингән һәр нимә күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп була торғайны. Үҫеп ултырғанды йәшереп тотоу мөмкин булмағанын белгәнгә бер өйөр бала-саға эйәртенешеп алып киттек тегегә, ел дә үтеп инмәҫ урыҫ ҡапҡаһынан эс яҡты күҙләй алмағанлыҡтан картуфлыҡ яғынан индек. Алмағас ҡабыҡ ҡыйыҡлы келәт эргәһендәге шаҡарма ситән менән кәртәләп алынған ергә урынлаштырылғайны, элекке көн генә ҡарағусҡыл төҫө менән ботаҡтарҙы йәмләгән япраҡтар ҡояш ипкенендә һулып, ҡайһылары кибеп тирә-яҡҡа һибелә, шуға яланғас ҡалған, урын-урыны менән һынған ботаҡтар етемһерәп һерәйгәндәр. Алмағасты оло соҡор ҡаҙып төбөн шунда күмгәндәр, күлбетеп һыу ҙа һибеп аҙапланғандар, тик тамырҙары аяуһыҙ ботарланғанға йән өрөү, уны терелтеү ҡайҙа?! Кәртә эсенә үттем дә аяҡтарым аҫтына һибелгән япраҡтарҙың береһен алып ауыҙыма ҡаптым, алмағастың олононан әсе күҙ йәше күскәндәй унан тоҙ тәме килде.
Өйкөлөшөп тороуыбыҙҙы тәҙрә аша күреп ҡалған Ғәлиәхмәт ҡарт арыҡ кәүҙәһен ҡабартып, ал яҡҡа сығып бөгөлгән тубыҡтарын турайтып, бөйөрөнә таянып, солан тупһаһына сығып баҫты ла беҙҙең яҡҡа ҡарап тамаҡ төбө менән әтерәйҙе:
- Нимә, йөрөйһөгөҙ мында уаҡытһыҙ, шайтан бейетеп!
Оло ауыҙынан күренгән һирәк тештәр бар тирә-яҡты йолҡҡолап, ә суртандыҡына тартым ташбыҡ күҙҙәр шул сәйнәлгәнде тотошлайы менән йоторға әҙерҙәр.
Кәртә эсенән сығып Ғәлиәхмәттең ҡаршыһына баҫтым. Үтә тишерҙәй итеп текәлеүем тегеңә оҡшаманы булыр, ул тамағының төбө менән ғыжылданы:
- Бы сиңерткә сиреүендәй өйөрҙө һин ҡотортоп әпкилдеңме?
- Мин! Урман ситендә үҫкән алмағасты...
Сәфәребеҙҙең айышын һүҙһеҙ ҙә төшөнөп өлгөргәнгә уҫал бүлдерҙе:
- Урлағанһың, тимәксеһеңме?!
- Эйе!
- Уны ҡайҙан тырнап алып һөйләйһең, маңҡа?
- Аҡландағы беҙҙең алмағас урынында юҡ!
- Һеҙҙеке?! Бик беләһең килһә урмандағы бөтә нимә убшый у! Алмағас урланған икән, унда минең ни эш, ҡырҙағы һәр ҡырҡылған, йолҡолған ағасты теүәлләп йөрөргә мин пракарур штули!
- Ә был ҡайҙан?! – Ҡарасҡы хәлендә ҡалған ағасҡа ымланым.
- Владимировкалағы белешем биреп ҡайтарҙы.
- Буй етмәҫтәйҙе оҙон арбаға тейәп кенә апҡайттыңмы?!
- Унда һинең эшең булмаһын!
- Бушты һөйләйһең, был ауылдың, тотош ауылдаштарҙың алмағасы, тамырынан йолҡоп алынғас ул ҡороған, һин ҡараҡ, бур, юҡ, үҙ байлығын үҙе хәмсегән уғры!
- Нимә юҡ-бар лыбырҙайһың, малай аҡтығы, хәҙер мин һине... – Туйтаңлап тупһанан төшә башланы.
Эйәреп килгән тиҫтерҙәрем төйлөгәндән ҡасҡан себештәрҙәй картуфлыҡ яғына һибелде. Ә мин этйығышлығыма барып урынымда ҡалдым да ҡабаланмай баҫып китә биргәс арт яғыма ҡайырылып әр һүҙҙәрен оҙаттым.
- Үҙең дә ошоноң ише ҡороп, кәкерәйеп ҡат, йәлсемә!..
Кәкерәйеп ҡатыуға килгәндә медицина училищыһын тамамлап, армиянан ҡайтып, табип амбулаторияһында эш башлағанда Ғәлиәхмәт ҡарт етди сирләй ине. Кабинетыма ҡабул итеүгә ингәндә ул ысынлап та япрағы ҡойолоп, ботаҡтары ҡояш нурҙарында ҡаҡланып кәкрәйгән ағасҡа оҡшап ҡалғайны. Ул инде лә ултырғыста бөгөлөп төшөп ауыр уфтанды:
- Һинең ҡарғауыңды һаман да булһа онотмағанмын. Бына тамырҙарым кипте, ҡороно. Теге алмағасты урынынан аҡтарып мин алғайным, духтыр Павелдың ҡомартҡыһын харап иттем, ғәйебемде хәҙер килеп таныйым. Бар донъяны усыңа йоморҙай булып күпме генә нәпселәнһәң дә, сирләһәң бер ни кәрәкмәй, һәм урлыҡ менән йыйған мөлкәтеңде үҙең менән әхирәткә алып китеп бумай, ҡустым.
- Үткән эштән төш яҡшы, тиҙәрме әле, әйҙәгеҙ үткәнде хәтерләмәйек.
- Хәтер бөгөнгөнөң нигеҙе, яҡшылыҡтары һурылып, насарҙары ғына ҡалып аушайған нигеҙҙә тура ҡалып булмай, хата миндә, ят тамырҙы ҡырҡып үҙеңә йәшәү һуты һеңдереп бумай.
Аҡылһыҙға аҡыл мул төшә, мул төшһә лә һуң төшә, ауырыуҙан миктәгән Ғәлиәхмәт ҡарт та шул торошта ине. Ул урынында ҡымғырлағандай итте лә нурҙары ҡайтҡан күҙҙәрен миңә төбәне:
- Үтенәм, ҡулыңдан килһә терелт, һәм кисерә алһаң кисер.
- Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләрмен, олатай, мине лә бит кешене ҡарғау өсөн түгел, дауалау өсөн уҡыттылар.
Дауалауҙарыма мөкиббән китеп ышанып, ярҙамыма таянып тағы ла дүрт-биш йыл самаһы йәшәне Ғәлиәхмәт ҡарт. Ҡул араһына ингән һәр ир-ат ҡәбер ҡаҙырға сыға, ауыл ерендәге яҙылмаған йола шундай, мин дә Ғәлиәхмәт ҡарттың ҡәберенә услап тупраҡ ырғытып һуңғы бурысымды үтәнем. Тағы ла бер тапҡыр ясин үтеп йыназа уҡыған Әбдрәхим мулла иң аҙаҡтан йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте: “Фанилыҡта ниндәйерәк кеше булды, Ғәлиәхмәт?” “Яҡшы кеше булды, бик яҡшы!” тип яуапланыҡ бер тауыштан. Бары насарҙан, гөнаһтан әүәләнгән әҙәм булмай ул һис ҡасан, тыуған икән ниндәй ҙә булһа яҡты эҙ, яҡшы һүҙ ҡалдыра үҙенән һуң, әгәр ул ир затынан икән йорт һала, бер төп булһа ла ағас ултырта, тоҡомон дауам итерлек ул ҡалдыра. Быларҙы тулыһы менән үтәне Ғәлиәхмәт тә: үҙ ҡулдары менән һалып ингән йортта йәшәне, өс ул тәрбиәләне, яҙ һайын лесничество ойошторған ағас ултыртыу өмәләрендә ҡатнашты. Ә теге алмағасҡа килгәндә уныһы өсөн моғайын да әхирәттә Тәңре алдында теҙләнеп, шунан доктор Павел ҡаршыһында яуап бирер.
Ошонан аҙаҡ үҙем өсөн тағы ла ғүмерлек бер һабаҡты үҙләштерҙем, әҙәм балаһын һис ҡасан ҡарғарға һәм уға бәддоға уҡырға ярамай, әгәр кеше гонаһлы икән ул Тәңре алдында яуаплы, шулай булғас ул ғына ғәҙел язаһын бирә, йәки кисерә ала.
Беҙ, үръяҡ балалары еҫкәр япраҡһыҙ тороп ҡалғас оло бер юғалтыу кисергәндәй булдыҡ. Көн һайын күнегелгән урынға барабыҙ ҙа аҡтарылған ергә барып сүкәйеп ултырып тынып ҡалғандан һуң баштарыбыҙҙы баҫып кире боролабыҙ.
Емеш еҫен еҫкәп кинәнеүҙән яҙҙыҡ шулай итеп, һәм көтмәгәндә ауыҙ йыртып ингән ят ризыҡты тәмләп ҡараным, ә ул былайыраҡ булды.
Ауыл осонда йәшәгән сыбыҡ осо туған Фәтхелислам еҙнәй алыҫ яҡтарҙан ниндәйҙер ят, виноград атамалы емеш алып ҡайтҡан йәнәһе лә, тигән хәбәр килеп ишетелде һәр яңылыҡты шундуҡ элеп алған сос, һаҡ ҡолаҡтарыбыҙға. Был, итек башынан ары китмәгән бала-саға өсөн ғәҙәти булмаған, шаҡ ҡатырырлыҡ яңылыҡ ине.
Алдан төшөп юрғалап өйрәнгәнлектән, эҫе мәлендә тип, апайымды эйәртеп алып киттек шунда. Һиҙемләүебеҙсә еҙнәләр ҙур ҡунаҡ йыйғандар ине шикелле: юнылған һайғауҙарҙан әтмәләнгән оло ҡапҡалары шар асыҡ, туғарылған бер нисә ат бесәнле арбаларға бәйләнгән, көймәле матайҙар ҙа күренә, тимәк ситтән килеүселәр ҙә бар. Өңөлөп биниһая ваҡыт һерәйҙек тупһа ауыҙында. Йыр, гармун тауыштары ишетелгән асыҡ тәҙрә аша күҙҙәренә салынып өлгөрһәк тә бик оҙаҡ көттөрөп иркен тупһа күтәрмәһендә эркет гөбөһөләй тулы кәүҙәле Ғәбиҙә апай күренде. Ер-аяғы, ер башынан табын йыйғандар бит, шуғалыр йәшел атлас күлдәк кейеп алған, башындағы кешмир яулыҡты арт яҡҡа ҡайырып бәйләгән, аяҡтарында ҡара ялтыр тышлы сөм галош. Миңә ҡалһа ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын тигеҙ итеп өс төркөмгә бүләм: үтә һылыуҙар, урта сибәрҙәр, һәм көндәлек һөйкөмлөләр. Ғәбиҙә апай урта сибәрҙәр ҡоронда: буй-һыны ла урынында, бит-йөҙө лә йәрминкәгә үк булмаһа ла баҙарға сығарып күрһәтерлек, тик һәр саҡ нимәгәлер ризаһыҙ йөрөгәс күрмәлекле йөҙө гелән сирыулы, көйһөҙ күҙҙәре тирә-яҡҡа асыулы ҡарайҙар.
Ауыл ерендәге сәләмләү ҡағиҙәһенә ярашлы уратып, йыраҡтаныраҡ башланым:
- Имен-аман ғына көн итеп ятаһығыҙмы, апай!
- Унда һинең ни хәсрәт, күреп тораһығыҙ бит, ҡунаҡ йыйғанбыҙ!
- Бик мәслихәт, һаулығығыҙ нисек?
Хәбәр сурытыуымды оҡшатмаған Ғәбиҙә холҡона ярашлы ҡаштарын төйҙө:
- Һау бумаһам духтыр түгелһеңдер әле, ништәп йөрөйһөгөҙ уаҡытһыҙ, тар ергә таяу булып?
Танауымды мырш-мырш тартып төп йомошома күстем:
- Теге, ней, винаграт ашағыбыҙ килә.
- Уны ҡайҙан ишеттегеҙ тағы, асҡоромдар?
- Ил ауыҙына иләк ябып бумай: Нәсимә Әлфиәгә әйткән, Әлфиә, Ғәфүргә, Ғәфүр Шәрифйәнгә, Шәрифйән апайыма, апайым миңә.
- Йүкә телефонығыҙ шәп эшләй икән!
- Телефуныбыҙ юҡ у беҙҙең, винаграт ашағыбыҙ килгән ҡорһағыбыҙ ғына бар! - Семтем дә май әҫәре ҡунмаған арыҡ эсемде һыпырҙым.
- Һе, винаград, тиһегеҙ инде?
- Эйе, винаграт!
- Ғүмер буйы шуны ашап ҡына көн иткәндәй белеп темеҫкенәһең.
- Ашау ҡайҙа, уны ошо саҡлы ғүмер кисереп тә күргән юҡ.
- Бигерәк оҙон ғүмерлеһең шу! – Ғәбиҙә апай йылмайғандай итте. – Ҡунаҡтарҙың алдына, табын уртаһына ҡуйғайным бит әле, үрелеп өҙөп алып уны тышҡа сығарыуы нисектер уңайһыҙ.
- Улайға уҡ китһә, беҙ ҙә ҡунаҡ!
- Саҡырылмаған, әрһеҙ ҡунаҡтар, тип тә өҫтә.
- Саҡырылған, саҡырылмаған ҡунаҡтар бумай ул һис ҡасан, һәр ҡунаҡ өй йәме, күңел йыуанысы.
- Күңел йыуанысы, имеш, тел биҫтәһе, тел, тиһәң телеп һалаһың, һиңә ашарға бирмә, һөйләргә бир. Ярай, көтөгөҙ, апсығырмын хәҙер, тик алдан киҫәтәм, күпкә өмөт итмәгеҙ.
- Әйттем бит, күргәндең күҙ ағындай буһа еткән.
- Уф-ф-ф, аптыратаһың да баһа!
Күп һүҙ – юҡ һүҙ, өндәшмәгәндең өйҙәй бәләнән ҡотолғанлығын белгәнгә башҡаса хәбәр сыбалтып маташманым.
Ғәбиҙә апай теләр-теләмәҫ инеп китеп ике бөртөк ҡара емеш алып сығып икебеҙгә тотторҙо:
- Мә, һаҡлап ашағыҙ, тәмле нимә күп бумай!
- Ҙ-у-у-р эрәхмәт! – тинек бер тауыштан.
Шулай тинек тә ҡыуанышып, теге хан һыйын урттарыбыҙға ҡыҫтырып ҡайтыу яғына ҡарай йүнәлдек. Әҙерәк барабыҙ ҙа емештәрҙе алмаштырып ҡабабыҙ, һыйың менән уртаҡлашһаң татлыраҡ та, тәмлерәк тә була икән дә баһа. Төш ауғансы шулай ҡыу-ғәләмәт килеп йөрөп ята инек, апайым ҡапыл ҡәҙерле әйберен юғалтҡандай ҡысҡырып ебәрҙе:
- Ай-й-й!
- Ништәп олойһоң шул саҡлы?
- Бер урттан икенсеһенә күсергәнсе винагратым яңылыш йотолдо ла китте!
- Гел шулай һоғалай булдың инде!
- Мин һоғалай түгел у!
- Кем һуң ул саҡта?
- Әрәм тамағым һоғалай! – Бая Ғәбиҙә апайҙарҙа күрһәткән ым-ишарама оҡшатып эсен ыуҙы.
Ни хәл итмәк, икебеҙгә бер емеш тороп ҡалды.
Үҙемдәген апайыма бер аҙға ғына биреп торам да өңөлөп тегенең ауыҙына текәләм:
- Яңылыш йотоп ҡына ебәрә күрмә, һинең көп ҡорһағың һимеҙ ҡонанды тартып алырға әҙер!
Төштән һуң ата-әсәһе мәктәптә эшләгән Раилде осраттыҡ, теге иғтибарлы әҙәм булараҡ ҡупайған уртыма күҙ атты:
- Нимә, кәнфит һураһыңмы, әллә ҡаты ҡорот ҡынамы?
- Әсе ҡорот һиңә килешһен, ә мин - винаграт!
- Ул нимә була тағы?
- Мөғәллимдәр ғаиләһенән буһаң да наҙандың наҙаны икәнһең, - кемдәндер ишеткән илде атаным, - бик-бик алыҫта, Ҡаф тауы артында Афырика, тип аталған үтә лә эҫе, мунса эләүкәһендәгеләй тын алғыһыҙ томра бер ил бар, шунда ҡара емеш ашаған, нигыр милләтенә ҡараған сөм ҡара халыҡ йәшәй.
- Ништәп ҡара икән у халыҡ?
- Әйттем дәһә, улар шу ҡара емеш менән генә туҡланалар, шуны ашай торғас емештең ҡараһы тегеләрҙең тәненә күсә. Мына һин, мәҫәлән, нимә ашайһың?
- Размол әпәкәй. Ил башлығы Хрущев уны бик туҡлыҡлы тип әйткән, ти атайым.
- Размол у бойҙай, арыш, борсаҡ, кукурузанан тарттырылған болғаҡ он, һинең дә холҡоң бер ҡараһаң былай, тағы өҫтәп текәлһәң икенселәй, ил башлығы Хрущевыңдың ҡылғандары ла килделе-киттелелер әле.
- Бәйләнмә миңә, ил башлығына ла һүҙ тейҙермә, ни тиһәң дә мин парторг малайы, лутсы күрһәт винагратыңды!
Ғүмерҙә күрмәгән емеште күргәс тегенең күҙҙәре шарҙай булдылар:
- Ҡана мин дә ҡабып ҡарайым!
Йомарт кеше булараҡ емеште Раилдең усына һалдым, әммә киҫәтеп ҡуйырға ла онотманым:
- Ҡара уны, йә һытып, йә яңылыш йотоп ҡуйма!
Бер аҙҙан беҙҙең эргәгә эт өйөрө бала-саға йыйылған ине инде, виноград сиратлап Нәсимәнең, Мөҙәристең, Рәшиттең, Ишбирҙенең, Йомабайҙың, Баязиттең, Юныстың, Рәсимәнең ауыҙына күсте. Иң аҙаҡтан Динислам ҡапты ла күҙҙәрен шаҡмаҡландырып тынып ҡалды.
Хәүефләнеп тексәйҙем:
- Дауай, тиҙерәк сығар, бөгөндән башҡа иртәгә лә көн бар!
- Йоттом. яңылыш...
- Һин нимә! Хәҙер ҡомағай эсеңде һығам!
- Эсемде һығыу менән генә рәт сыҡмаҫ, винаграт өҫкә ҡалҡмаҫ, әллә иртәгәге көндө көтәйекме, бәлки бетәү көйө генә кире төшөр...
Шулай итеп алтындай күргән икенсе емештән дә яҙҙыҡ һәм ҡайғылы баштарыбыҙҙы түбән эйеп ҡайтыу яғына ҡарай йүнәлдек.
Тамаҡ туйыу. Күңел туйыу. Ҡапма-ҡаршы төшөнсәне аңлатҡан ике һүҙ бәйләнеше.
Хәҙер тамағыбыҙ туя ул, кибеттәр емеш-еләктән һығылып тора, йәнең теләгәнде һайлап ал, һайлап ҡап. Ә минең өсөн бөгөн икенсе төшөнсә, күңелдең туйыуы, уны көр һәм хөр булыуы күпкә кәрәгерәк һәм ҡәҙерлерәк. Емеш еҫе, емеш тәменә килгәндә ул үткәндәргә төбәлгән өмөтлө ҡараш ҡына түгел, хыялый уйҙар барып етмәгән ҡояшлы, йылы, яҡты, нурлы, әкиәт утрауындағы бала саҡ илендә ҡалған.