АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

БАТЫР БУЛЫП ҮҪ, САЛАУАТ!

—Беҙҙең улыбыҙҙы ҙурлап шундай матур сара үткәргәндәре, онотолған йоланы күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Ләйлә ҡыҙыбыҙға, Динийәр улыбыҙға иш булып тыуған сабыйға атаһы исем һайланы. Беренсенән, милли геройыбыҙҙың исеме, икенсенән, ғәрәп теләнән тәржемә иткәндә «доғалы» тигәнде аңлата. Шуға бик яратып ҡуштыҡ. Иманлы, тәүфиҡле, сәләмәт, көслө егет булып үҫһен тип теләйбеҙ,—ти сабыйҙың әсәһе Нәзифә.

БАТЫР БУЛЫП ҮҪ, САЛАУАТ!БАТЫР БУЛЫП ҮҪ, САЛАУАТ!
БАТЫР БУЛЫП ҮҪ, САЛАУАТ!

Кисә Сибай ҡалаһының Граждандар хәлен теркәү йортонда «Бәпәй бәпләү» йолаһы башҡарылды. Күптән инде онотла барған милли ғөрөф-ғәҙәтте тергеҙеү, халыҡҡа сығарыу, йәштәргә өйрәтеү ниәтендә «Йәнгүҙәй» фольклор ансамбле ҙур тырышлыҡ һала.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Нәзифә һәм Динар Гәрәевтар ғаиләһендә өсөнсө бала тыуыу уңайынан, ансамбль инәйҙәре нәҡ уларҙы йола күрһәтеү сараһына саҡырып, яңыраҡ ҡына донъяға ауаз һалған Салауатҡа иң изге теләктәрен теләне, яҡты киләсәк юраны. Йыр-моңға маһир, йолаларҙы яҡшы белгән инәйҙәр тәүҙә бәпәйҙең ата-әсәһенә «эт күлдәге» бүләк итте. Элек сабыйҙарға ен-зәхмәт теймәһен өсөн һәр бер өйҙән йыйылған туҡыма киҫәктәренән балаға күлдәк теккәндәр. Ҡыҙ бала тыуһа—таҫма, ир бала тыуһа тәңкәле таҫма биргәндәр. Бүләктәрҙе инәйҙәр һамаҡлап, матур теләктәр әйтеп тапшырҙы. Ә бала күрә килеүселәргә кендек ебе өләштеләр.

—Замана балалары гаджеттарға ныҡ бәйле. Ошо сәбәпле, улар аҙ хәрәкәтләнә, һикереп-йүгереп уйнамай. Хатта уларҙы күндерерлек, төрлө уйындарға өйрәтерлек ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр үҙҙәре лә телефонға, интернетҡа йомолған. Тәү ҡарамаҡҡа, ғәҙәти хәл һымаҡ күренһә лә, был оло проблема. Шуға ла беҙ боронғо милли уйындарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, йәштәргә өйрәтергә теләйбеҙ. Шәхсән үҙем баш ҡалабыҙҙа үткән республика ярышында ҡатнашып, «Йәйләүҙә» тигән комплекслы уйындар теҙмәһен күрһәтеп, өсөнсө урын яуланым. Яңы тыуған сабыйҙарҙы бәпләү, уларға исем ҡушыу һәм башҡа йолалар менән дә ҡыҙыҡһынам. Борон сабыйҙарҙың йүргәк исеме булған, сөнки сәңгелдәккә исемһеҙ һалыу тыйылған. ЗАГС-та «Бәпәй бәпләү» йолаһының ҡыҫҡаса вариантын тәҡдим иттек. Ысынлап та, әсәй-өләсәйҙәребеҙ сабыйға «эт күлдәге» кейҙергән. Хатта төрлө туҡыманы урамда йөрөгән эткә лә бәйләгәндәр, шуға ҡарап ауылда бала тыуғанын белгәндәр, имеш. Ғөмүмән, сабыйҙарға бәйле йолалар хаҡында мәғлүмәт туплар өсөн бер нисә китапханала булып, халыҡ ижадын өйрәнергә тура килде. Ололар һөйләп ҡалдырғандарҙы иҫкә төшөрҙөк,—ти ансамбль етәксеһе Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙы Шәмсетдинова.

«Йәнгүҙәй» ансамблендә бөгөнгө көндә 15 инәй шөғөлләнә. Уларҙың иң олоһо Хәлиҙә Байморатоваға—84 йәш, Айһылыу Абдрахмановаға—78 йәш. Быйыл уларҙың дүртәүһе 75 йәшен тултырған. Оло булһалар ҙа дәрттәрен юғалтмаған, рухтарын төшөрмәгән инәйҙәр киләсәктә башҡорт атына, телгә бәйле йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, кәсептәрҙе өйрәнергә, уларҙы сәхнәләштерергә, халыҡҡа тәҡдим итергә ниәтләй. Ысынлап та, йыр-моң аша бирелгән мәғлүмәт иҫтә яҡшыраҡ ҡала, күңелгә нығыраҡ үтеп инә. «Бәпәй бәпләү» йолаһы ла нәҡ йыр һәм һамаҡлауҙар аша башҡарылды.

Әйткәндәй, сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ярҙамсыһы Динара Шәкирова ла ҡатнашты. Ул Гәрәетарҙың улы Салауат тыуыу айҡанлы ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

—Беҙҙең улыбыҙҙы ҙурлап шундай матур сара үткәргәндәре, онотолған йоланы күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Ләйлә ҡыҙыбыҙға, Динийәр улыбыҙға иш булып тыуған сабыйға атаһы исем һайланы. Беренсенән, милли геройыбыҙҙың исеме, икенсенән, ғәрәп теләнән тәржемә иткәндә «доғалы» тигәнде аңлата. Шуға бик яратып ҡуштыҡ. Иманлы, тәүфиҡле, сәләмәт, көслө егет булып үҫһен тип теләйбеҙ,—ти Нәзифә Әхмәҙи ҡыҙы Гәрәева

Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас