АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Аш-һыуға оҫта һылыуҡай

Сибай ҡалаһы моделе Илүзә Иҫәндәүләтова «Пятница!» телеканалының «Битва шефов» шоуында ҡатнашты һәм бишбармаҡ бешерҙе.

Аш-һыуға оҫта һылыуҡайАш-һыуға оҫта һылыуҡай
Аш-һыуға оҫта һылыуҡай

Сибай ҡалаһы моделе Илүзә Иҫәндәүләтова «Пятница!» телеканалының «Битва шефов» шоуында ҡатнашты. Тапшырыу ошо көндәрҙә эфирға сыҡты.

Яҡташыбыҙ башҡорттарҙың милли аш-һыуын – бишбармаҡ әҙерләгән. Алып барыусылар ҡыҙҙың һылыулығына хайран ҡалған, ләкин уның бешергән ризығына иҫе китмәгән. Ренат Әғзәмов оҡшатмаһа ла, Константин Ивлев Илүзәгә мөмкинлек бирергә булған.

Өсөнсө этапта ҡатнашыусылар бер сәғәттә Дон ухаһын бешерергә тейеш ине, тип яҙған модель социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Балыҡ таҙарта белмәһәм дә, хәлемдән килгәнсә тырыштым. Стресс булды! Мин тәмле бешерәм, әммә рецепт буйынса ғына. Ә бында бер нәмә лә юҡ. Ләкин бик күңелле булды», —  ти ул.

Шоуҙан төшөп ҡалһам да, эфир йондоҙҙары менән осрашыуым менән бәхетлемен, тип һөйләгән Илүзә яҙылыусыларына.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-06/na-teleshou-bitva-shefov-uchastnitsa-iz-bashkirii-svarila-bishbarmak-3998196

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас