Сибай институты—белем, тәрбиә, фән, мәҙәниәт үҙәге генә түгел, ул төрлө тарафтарҙан, төрлө милләт вәкилдәрен бергә туплаған, һыйындырған уҡыу йорто ла.
—Минеңсә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө—бөгөнгө көндә иң мөһим байрамдарҙың береһе. Эйе, беҙҙең ил күп милләтле, күп конфессиялы, халыҡтар татыулығы—төп байлығыбыҙ. Айырыуса, бөгөнгө мәлдә. Һәр милләт вәкиле үҙен иркен тоторға, иркен йәшәргә хоҡуҡлы. Бер милләт тә, бер халыҡ та бер-береһенән артыҡ та, кәм дә түгел, бөтәһе лә бер тигеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең уҡыу йортонда төрлө байрамдар үткәрелә, унда беҙ һәр милләттең бейеүен, йырын, милли кейемдәрен, хатта аш-һыуын күрәбеҙ. Был беҙҙең байрамды тик байыта ғына. Яланда һәр сәскә үҙенсә матур булған кеүек халыҡтар ҙа шулай үҙенсә күркәм, тип уйлайым,—ти Сибай институтының юридик факультетында белем алыусы Хәйбулла районы егете Илназ Сәфәрғәлин.
Уның һүҙҙәрен Абдулложон Нуритдинов та хуплай. Ул Тажикстан Республикаһының Исфара ҡалаһынан уҡырға килгән.
—Беҙҙең төркөмдә бөтә милләт вәкилдәре бар, үҙ-ара ныҡ дуҫбыҙ, бер-беребеҙҙе бер ваҡытта ла милләткә айырып ҡарағаныбыҙ юҡ. Мин, мәҫәлән, беренсе курста уҡ Илназ менән дуҫлаштым. Лекцияларға ла, спорт ярыштарына ла, мәҙәни сараларға ла бергә йөрөйбөҙ. Мине берәү ҙә сит ил вәкиле тип кәмһеткәне юҡ. Үҙемде барыһы араһында ла тиң тоям. Минеңсә, халыҡтар үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәргә, бер-береһен хөрмәт итергә тейеш,—ти ул.
Пермь өлкәһе Чусовой ҡалаһынан килгән Оксана Коровина, ҡатнаш ғаиләлә буй еткергән Сибай ҡыҙы Йәмилиә Мөлөкова, Баймаҡ районы ҡыҙы Гөлдәр Кираманова ла халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге хаҡында бик йылы фекерҙә. Һәр береһе үҙ милләтен ярата, ғорурлана, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙы ихтирам итә. Уҡыу йорто сәхнәһендә төрлө милләт бейеүҙәрен башҡаралар, төрлө телдәрҙә шиғыр һөйләйҙәр, үҙ-ара дуҫтар.
Рәүилә Хәсәнова, Сибай институтының матбуғат хеҙмәте.