АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Миҙал биҙәй түшен

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәле улы Сәйфуллин да бар. Уға 75 йәше уңайынан һәм сәнғәт өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләгәне өсөн “Хеҙмәттәге ҡаҙанышы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Миҙал биҙәй түшенМиҙал биҙәй түшен
Миҙал биҙәй түшен

Бөгөн, 2 ноябрҙәӨфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙыТөбәктә 40 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Юғары наградаларға эйә булыусылар араһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәле улы Сәйфуллин да бар. Уға 75 йәше уңайынан һәм сәнғәт өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләгәне өсөн “Хеҙмәттәге ҡаҙанышы өсөн” миҙалы тапшырылды.

"Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән артистың күптән түгел Сибайҙа ижад кисәһе уҙҙы. Актерҙың дуҫтары, яҡындары, тамашасылар 75 йәше менән ихлас ҡотланы.

Риф Сәйфуллин Өфө дәүләт сәнғәт институтында Шәүрә Мортазина, Фәрдуна Ҡасимова, Рафаэль Әюпов, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова кеүек билдәле педагогтарҙа белем ала.

Оҙаҡ йылдар Сибай театрының художество етәксеһе булған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Дамир Ғәлимов Риф Сәйфуллинды коллективтың ғорурлығы тип һанай.“Риф Ғәли улы — театр тарихын байытҡан актер, йәштәрҙең остазы. Уның ижады – беҙҙең театр тарихында тотош бер дәүер”,- ти Дамир Ғәлимов.

Тиҫтә йылдар дауамында Риф Сәйфуллин йөҙҙән артыҡ роль уйнай.  1979 йылда театр сәнғәте өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1988 йылда «БАССР-ҙың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ була.

Риф Сәйфуллинды сираттағы лайыҡлы наградаһы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Эшендә ижади уңыштар, имен тормош, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас