АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Маҡтаулы исем алдылар

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Урал аръяғы уңғандары булыуы ҡыуаныслы. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм һөнәргә тоғролоғо өсөн Йылайыр районының крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре -- Матрай ауылынан Илшат Илдус улы Үтәшев һәм Үрге Казарманан Марат Хөрмәт улы Абдулов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Маҡтаулы исем алдыларМаҡтаулы исем алдылар
Маҡтаулы исем алдылар

1 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө хөрмәтенә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың агросәнәғәт комплексында эшләүсе 58 хеҙмәткәрҙең ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, почёт грамоталары, рәхмәт хаттары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:

Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар!

Һеҙҙе һәм республиканың барлыҡ аграрийҙарын һөнәри байрамығыҙ – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – менән ихлас ҡотлайым!

Урып-йыйыу эштәре тамам, ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһала. Бөгөн һеҙ лайыҡлы ҡотлауҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итәһегеҙ.

Башҡортостан күп йылдар Рәсәйҙең алдынғы аграр төбәктәре иҫәбенә инә. Беҙ һөт, һыйыр ите, бал, ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы урындарҙа барабыҙ.

Хатта быйылғы ҡатмарлы һауа шарттарында ла аграрийҙар яҡшы иген уңышы йыйып алыуға иреште – 3,2 миллион тонна. Техник культуралар буйынса рекордлы уңыш көтөлә – 2,5 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө һәм 600 мең тонна май бирә торған культуралар.

Малсылыҡ ҡыш осорона мал аҙығы менән тәьмин ителгән. Заманса технологик ҡарарҙарға таянып, тармаҡта производство комплекстары төҙөлә. Аграрийҙарға яһалма интеллект, роботтар, биотехнологиялар, пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамға килә. Тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлеге – тағы ла юғарыраҡ, ә уңыш мулыраҡ буласаҡ.

Хөрмәтле дуҫтар!

Беҙ Рәсәй яҙмышы, киләсәк быуындарыбыҙ яҙмышы хәл ителгән ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн ауылдарҙан күп хеҙмәтсәндәребеҙ Ватаныбыҙҙы намыҫлы яҡлай, алғы һыҙыҡта батырҙарса алыша. Беҙ уларға ихтирам һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!

Тармаҡтың хөрмәтле ветерандарына һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә – айырым рәхмәт һүҙҙәре.

Юғары исемгә лайыҡ булыусылар, бүләкләнеүселәр араһында Урал аръяғы уңғандары булыуы ҡыуаныслы.

Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм һөнәргә тоғролоғо өсөн

Йылайыр районының крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре -- Матрай ауылынан Илшат Илдус улы Үтәшев һәм Үрге Казарманан Марат Хөрмәт улы Абдулов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.

Баймаҡ районының Ярат ауылының крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айҙар Мырҙаҡаев Башҡортостан республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алды.

Бындай юғары наградаға Айҙар Шәрифйән улы агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн лайыҡ булды.

 

“Хөрмәтле аграрийҙар! Һеҙҙең һәр берегеҙ тураһында йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Бөгөнгө көн – һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙҙы тағы бер тапҡыр билдәләү, оҫталығығыҙ, эшһөйәрлегегеҙ, һөнәргә тоғролоғоғоҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү өсөн яҡшы сәбәп.

Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр күркәм байрамығыҙ менән ҡотлайым! Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, именлек, изгелек теләйем”,-- тине Радий Хәбиров сара һуңында.

 

Маҡтаулы исем алдылар
Маҡтаулы исем алдылар
Маҡтаулы исем алдылар
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас