АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

АФАРИН, ФӘРЗӘНӘ!

Яҡташыбыҙ ФӘРЗӘНӘ УТАРБАЕВАНЫҢ «Нигеҙ» фильмы Краснодар ҡалаһында уҙғарылған ХХ Халыҡ-ара  "Йәш киновек" кинофестивалендә Гран-при яуланы!  

АФАРИН, ФӘРЗӘНӘ!АФАРИН, ФӘРЗӘНӘ!
АФАРИН, ФӘРЗӘНӘ!

30 октябрҙә Краснодарҙа  "Йәш киновек" ХХ Халыҡ-ара кинофестивалендә һәүәҫкәрҙәрҙең һәм профессионалдәрҙең фильмдарына баһа бирелде һәм еңеүселәр билдәләнде. Унда бөтә донъянан 500-ҙән ашыу фильм ҡатнашты.

—Минең фильмды шулай юғары баһалағандары өсөн бик шатмын, мин уға бик күп көс, хеҙмәт һәм ресурс һалдым. Тамашасыларға төп мәғәнәһен еткереү өсөн һәр фильмға бар күңелемде һалып, уны яратып төшөрәм. Бүләкләү сараһынан һуң, фильмды күрһәттеләр. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл ине. Тамашасылар йылы ҡабул итте, минең яныма килделәр, һорауҙарын бирҙеләр, актер Риф Сәйфуллиндың образын юғары баһаланылар. Фильмды төшөрөүҙә ҡатнашҡан төркөмгә, актерҙарға рәхмәтлемен,—ти Фәрзәнә.

Афарин! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм яңы фильмдар көтәбеҙ!

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас