Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Минең Башҡортостаным” атамаһы аҫтында ике залға һыйған ҙур күргәҙмә асылды. Унда “Рәсәй рәссамдары Союзы” ағзаһы, республикабыҙҙың Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Вера Александр ҡыҙы Фролованың етмешләгән картинаһы ҡуйылды. Сараны асыуға Сибай ҡала округы Советы сәркәтибе Э.Ғ.Кирәйева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре С.М.Николаев, “Шатлыҡ һәм йыуаныс” храмы диаконы Владимир, ҡаланың һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Ф.Ф.Ҡәҙерғолова, Үҙәкләштерелгән китапханалар мөдире Г.Ю.Иҙрисова, К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы студенттары, 6-сы мәктәп уҡыусылары һәм сәнғәткә битараф булмаған кешеләр килде. Әлбиттә, күркәм тантанала авторҙың үҙенең ҡатнашыуы шатлыҡлы күренеш булды. Ул һәр картинаһы менән айырым таныштырып, үтә зауыҡлы, мауыҡтырғыс, күркәм эштәренә ҡарата һөйөүҙе тағы ла нығыраҡ арттырҙы.
В.А.Фролова пейзаж, портрет, натюрморт һәм сюжетлы композицияларында быуындар бәйләнеше, әсә һәм бала, ғаилә, илһөйәрлек, рухиәт, Башҡортостандың мәҙәниәте кеүек темаларҙы асыҡ сағылдыра. Ижады ябай, нәфис, тыныс булыуы менән үҙенә йәлеп итә һәм беҙҙе үткәндәргә лә алып ҡайта, хәҙерге көнгә лә байҡау яһата. Тағы ла ул тормошҡа бала күҙҙәре аша ҡарарға мәжбүр итеп, яҡшыға өмәтләнеп, һәр бәләкәй генә шатлыҡты ла күреп, уға ҡыуанырға өйрәтә. Башҡорт халҡына булған оло һөйөүен ул Ишембай ҡалаһында тыуып үҫеүенә бәйләй. Шуғалыр ҙа картиналарында милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәренең, халҡыбыҙ йолаларының киң сағылыш табыуы юҡҡа түгел. “Салаватия” исеме аҫтындағы проект эшендә Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙы сағылдыра.
Тағы ла “Ҡунаҡсыл Гөлсинә”, “ Уҡсылар”, “Күләгә”, “Муйыл”, “Балерина”, “Һылыуҡай” һәм башҡа береһенән-береһе матур картиналарҙы күргегеҙ килһә, 16 ноябргә тиклем барығыҙҙы ла музейҙа көтөп ҡалабыҙ.
Рәхим итегеҙ!
Альбина Ярмуллина, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.