Бөтә яңылыҡтар

ИСЕМДӘРЕ ГЕНӘ НИ ТОРА!

Шуныһына иғтибар иттек: медиамәктәпкә килгән балаларҙың исемдәре шул тиклем матур! Гөлнәзирә, Сара, Сафия, Ғәлиә, Арыҫлан, Нурия, Илйәнә, Батыр, Азалия, Зөлхизә, Наза, Нуриман, Нәркәс, Айсулпан, Зөлфиә... Улар 30-ҙан ашыу. Исемдәренән үк күренеп тора: был балалар рухлы ғаиләлә үҫә, шуға ла үҙ телен белә, башҡортса фекерләй.

ИСЕМДӘРЕ ГЕНӘ НИ ТОРА!
ИСЕМДӘРЕ ГЕНӘ НИ ТОРА!

Башҡорт телен яҡшы белгән, үҙ телендә фекерләгән, яҙыуға барымы булған, журналистика һәм блогерлыҡ менән ҡыҙыҡһынған балалар «Мин -йәш Шәһитсе» медиамәктәбенә йыйылды. Был проект «Аҡбуҙат» балалар журналы тарафынан Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған һәләтле балалар көҙгө каникул дауамында яҙырға, башҡортса матур итеп фекерләргә өйрәнә, билдәле журналистар, фотокорреспонденттар менән осраша, баш ҡалабыҙҙың тарихи урындарына сәйәхәт итә. Ғөмүмән, ялдары файҙалы һәм күңелле үтәсәк.

Шуныһына иғтибар иттек: медиамәктәпкә килгән балаларҙың исемдәре шул тиклем матур! Гөлнәзирә, Сара, Сафия, Ғәлиә, Арыҫлан, Нурия, Илйәнә, Батыр, Азалия, Зөлхизә, Наза, Нуриман, Нәркәс, Айсулпан, Зөлфиә... Улар 30-ҙан ашыу. Исемдәренән үк күренеп тора: был балалар рухлы ғаиләлә үҫә, шуға ла үҙ телен белә, башҡортса фекерләй.

Эйе, барыһы ла журналист та булып китмәҫ. Әммә әлеге саранан матур тәьҫорат, рух, дәрт алып ҡайтырҙарына, киләсәктә милләтебеҙҙең лайыҡлы ҡыҙ-улдары булырҙарына ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Сибай ҡалаһынан 4 уҡыусы ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем ала. 5-се а класынан Илйәнә Дәүләтова, Нурия Вәлиева, 3-сө б класынан Ғәлиә Ибраһимова, 4-се в класынан Батыр Йәрмөхәмәтов. Афарин!

 

 

РЕЗЕДА УСМАНОВА.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: