Тылсым тулы был донъя!

Борон-борон заманда кәзә командир,өйрәктәр үрәтник,һайыҫҡандар әфисәр, турғайҙар һалдат булған саҡта ,йәшәгән,ти бер әбей менән бабай.Уларҙың беренән бере батыр өс улдары,береһенән береһе һылыу ике ҡыҙҙары булған,ти....Беҙ оҙон урындыҡта теҙелешеп ятҡанбыҙ ҙа,оләсәйебеҙҙең тылсымлы әкиәттәрен тыңлайбыҙ.Ул тылсым беҙҙе тәүҙә түбәләре болоттарға ашып торған Ҡаф тауҙарына алып менә,беренән -бере серле миллион,юҡ унан да күберәк,ҡытырлен,шытырлен йондоҙҙар араһында гиҙҙерә,шунан дөм ҡараңғы урманға ла алып инә,иң-иң дәрән күлдәрҙең төптәренә лә сумдыра,аҫыл -аҫыл һарай ишектәрен аса!Дәрәәәән ҡоҙоҡ төбөндә ултырған тома һуҡыр дейеү менән дә күрештерә,күк һуна йомортҡаһын да усыбыҙға йомарлата.Ҡарурманда атаһы аҙаштырып ҡалдырған ярыҡ сүлмәгенәйле ҡыҙҙың һөлөктәй егет менән ҡауышыуының тере шаһиттары ла -беҙ!

Тылсым тулы был донъя!Тылсым тулы был донъя!
Тылсым тулы был донъя!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас