Республикабыҙҙа тәүге креатив мәктәп 2022 йылда Стәрлетамаҡта асылғайны. Ә 2023 йылда баш ҡалабыҙҙа, Өфө сәнғәт училищеһы базаһында, икенсеһе эш башланы. Күптән түгел уның өсөнсөһө Сибайҙа үҙ ишектәрен асты.
Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә федераль конкурста еңеү яулауы һөҙөмтәһендә Сибайҙа ла креатив мәктәп булдырылды. Инициативаны тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 41, 5 миллион һум, республиканан 7,9 миллион һум бүленгән.
Креатив индустрия мәктәбенең майҙаны —315 кв.м, ул Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы базаһында урынлашҡан. Уҡыу процесы өсөн планшеттар, портатив акустика системаһы, студия мониторҙары, миди-клавиатуралар, цифрлы микшерҙар һәм башҡа заманса ҡоролмалар алынған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлы булһын тип пандустар һәм башҡаһы уҡуйылған.
Креатив индустрия мәктәбе дүрт йүнәлештә эшмәкәрлек алып бара: дизайн һәм график дизайн, тауыш режиссураһы, анимация, фото һәм видеояҙмалар әҙерләү. Бюджет нигеҙендә уҡырға 12 йәштән 17 йәшкәсә 60 бала алынған. Һорауҙың юғары булыуы сәбәпле, йәнә түләүле төркөм асыу ҡарала, әле 45 кеше ғариза биргән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы мәктәпте асыу тантанаһына килә алмаһа ла, видеобәйләнешкә сығып, барыһын да тәбрикләне.
—Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә һөйөнөслө ваҡиға—Креатив индустрия мәктәбе асабыҙ. Әүҙем, талантлы ҡыҙҙар һәм малайҙар бар. Үҙ һәләтегеҙҙе үҫтерерҙәй урын барлыҡҡа килеүенә ҡыуанам,—тине Радий Фәрит улы.—Барығыҙҙы ла ныҡ итеп ҡосаҡлайым. Яҡын арала яңы мәктәпте күрергә мотлаҡ килербеҙ. Ә һеҙ Өфөгә килегеҙ. Бында ла таланты, яңы асыштары менән һөйөндөргән балалар бар.