Бөтә яңылыҡтар

Иман йортоноң тәҙрәләре яңырҙы

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылының "Иҙрис" мәсетенә яңы тәҙрәләр ҡуйылды. Аталы-уллы: Ғәле һәм Ғәлим Ултыраҡовтар, Урал һәм Ансар Арыҫлановтар иҫке тәҙрәләрҙе яңыларына алмаштырып ҡуйған.Тәҙрәләр алыуҙа финанс яҡтан мәсеткә төшкән хәйер саҙаҡа, үҙебеҙҙең ауыл һәм ҡырҙа эшләп-йәшәп йөрөүсе ир- егеттәр, ауыл халҡы ярҙам ҡулы һуҙған.

Иман йортоноң тәҙрәләре яңырҙы
Иман йортоноң тәҙрәләре яңырҙы

«Һәр йома көндө ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары ишетелһә, күктән ҡояш яҡты нурҙарын һибеп кешеләргә өләшкән кеүек булыр.
Ошо изге йорттоң ишектәре, йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ, олоһо ла, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын, күңелдәренә тыныслыҡ, килеп тыуған һорауҙарға яуап алһын, сөнки мәсет - Аллаһы Тәғәлә менән аралашыу йорто.
Мәсет буш булмаҫҡа тейеш, ошо изге урында ысын ислам йолаларын тергеҙеп, бөтә мөһим байрамдарҙы һәм мосолман йолаларын уҙғарайыҡ. Мәсет- ауыл халҡына тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, халыҡ иманға тартылыр, тип өмөт итәбеҙ», - тип яҙа социаль селтәрҙә йәнтештәр.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: