Уҫал ҡәйнәләр тураһында уҡыйым да, ҡәйнә нимә ул?! Һеҙ ҡайны менән йәшәп ҡарағыҙ, тип үткән тормоштомдо яҙырға булдым.
4 йыл йәшәп күргәндәр хәҙер төш һымаҡ ҡына тиһәм дә, дөрөҫ булмаҫ. Сөнки сит ғаиләгә килен булып төшөп, ҡайны-ҡәйнәне тәрбиәләп, ҡәҙер итеп йәшәп тә рәхмәт һүҙе лә ишетмәһәң, йөрәктә әсеһе ҡала икән. Ҡыҙҙары күп булһа ла, элекке “закон” буйынса, ата-әсәһен улы һәм килене көттө. 4 йыл эсендә 1-2 көнгә лә ҡыҙ-улдары ҡунаҡҡа алып ҡайтманы. Ә “ҡайнар” сәләмдәре килеп торҙо. Үҙҙәре йыш килһә лә, бер файҙалары булманы. Алып китергә генә белделәр. Аталары биргәс, алһындар! Тик ниңә килен менән булышырға? Ҡулдары йөрөмәгәс әсәһенең сәсен тарап, үреп тә китмәне бит улар. Бөтәһе лә киленгә йөкмәтелде. Мин ауырһынып та торманым. Үҙемдең бурысым тип ҡараным. Ҡәйнәм үлгәс, әле үтә ҡарт та түгел ҡайным “ҡәйнә роленә” күсеп алды.
Мин уҡыу йортон ситтән тороп тамамлап, ҡыуанып ҡайтып килдем. Өйҙә берәү ҙә шатлығымды уртаҡлашып торманы. Ирем эсеп йөрөп таңға ғына ҡайтты. Мин баламды алып ҡайтырға икенсе ауылға әсәйемдәргә йыйынғанда, ауыл советына саҡырҙылар. Эшкә сығырға әле 2 көнөм булғас, аптырап киттем. Рәйес: “Ялыу булғас тикшермәй сарам юҡ. Ҡайның һине “яҫтыҡты урлап һатты” тип килгән”,-тигәс, телһеҙ ҡалдым. Ҡасан, ҡайҙа икән?! Кис ҡайтып, өйгә лә инмәй, әллә ҡайҙа йөрөгән ирҙе көтөп аласыҡта таң аттырҙым бит. Йүгереп сығып китеп өйгә ҡайтһам, ҡайным ауылда йәшәгән ҡыҙы менән инеп килә. Илай яҙып: “Ул ниндәй яҫтыҡ? Мин ҡайҙа итәйем уны?”,-тинем.
Күршелә йәшәгән ҡатын ҡыҙын кейәүгә оҙата икән (туйһыҙ-ниһеҙ). Ҡайнымдан яҫтыҡ һатып бир тип һораған. Ул бирмәгән, ә яҫтыҡ барыбер “аяҡланған”. Күп йылдар үткәс кенә белдем, яҫтыҡты мин юҡта һыйыр һауып йөрөп ҡалған апһын алып биргән икән. Ул күрше менән әхирәттәр ине. Уныһы үлергә ятҡанда ғына берәүгә әйткән булған, “ул киленде нахаҡҡа рәнйеттеләр” тип. Тик һуң ине шул, ҡайным күптән юҡ, апһын да күрмәгәнен күрҙе. Үсәмәйем, тик Хоҙайҙың барлығына ышанам. Кешене нахаҡҡа рәнйетергә ярамай! Ҡайныма ла күҙ йәштәре аша: “Яҫтығыңды баш аҫтыңа яҫтап кит, риза түгелмен”,-тигәйнем. Ярты йыл түшәктә ятып баҡыйлыҡҡа күсте, ғәфү үтенмәне. Иремә: “Һин шул ваҡытта мине яҡлашманың да”,-тиһәм, “Атай өйҙән ҡыуып сығарыр ине”,-тей.
Ул саҡта ауылда буш өйҙәр юҡ ине шул. Бер йылдан һуң үҙебеҙ өй һалып сыҡтыҡ. Күп һыуҙар аҡты, туғандар ҙа аҙ ғына ҡалды. Ҡайным ғына оҙағыраҡ йәшәмәне, күргәндәренән, бәлки, тәүбәгә килер ине.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН