Сибай ҡалаһында «Мерседес Бенц» автомобиле руле артына иҫерек килеш ултырыусы ир автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителде.
Сибай ҡала суды тарафынан ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса ғәйепләнә (транспорт менән иҫерек килеш идара иткәне өсөн административ язаға тарттырыла).
Суд асыҡлауынса, август айында иртәнге сәғәттәрҙә ир иҫерек килеш «Мерседес Бенц 260» маркалы автомобилгә ултыра. Быға тиклем дә ошо сәбәп менән тотолоп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була.
Суд ғәйепләнеүсегә 180 сәғәтлек мәжбүри эш язаһы бирә, шулай уҡ 2 йыл да 6 айға транспорт менән идара итеү хоҡуғын сикләй һәм дәүләт килеме иҫәбенә иномарканы конфискациялай.
Сибай прокуратураһы.