Был хаҡта Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ВЕНЕРА ҠАСҠЫНОВА хәбәр итә:
Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм белем биреү мәктәбендә балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙар роленә ҡағылышлы темаларҙы күтәргән конференция үтте. Сараға башланғыс класта уҡыусыларҙың аталары саҡырылды.
Кәңәшмәне мәктәп директоры И.Н.Сирусин асып, атай абруйының мөһимлеген һәм балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүҙә уларҙың хәл иткес ролен билдәләне. Сарала ҡатнашыусылар үҙ фекерҙәрен белдереп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә художестволы түңәрәктәргә йөрөүсе балалар сығыш яһаны. Улар аталарына сағыу йырҙар, бейеүҙәр һәм шиғырҙар бүләк итте.
Сара һуңында атайҙарға үҙ балаларына нығыраҡ иғтибар бүлергә, уларҙың ваҡытын фәһемле итеп үткәреүҙәрен, аралашыу мөхитен контролгә алырға, ялдарын дөрөҫ ойошторорға, уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынып торорға кәңәш ителде.
Һәр бала атайға—ғаиләнең һаҡсыһы, ҡурсалаусыһы булған көслө затҡа мохтаж. Атай функцияһы һәр кемгә психологик яҡтан сәләмәт, үҙ-үҙеңә ышанысты юғалтмай үҫергә, аяҡта ныҡлы баҫып торорға ярҙам итә. Бына ошоларҙы тағы бер тапҡыр аңлатыу, анализлау маҡсатында атайҙар кәңәшмәһе уҙғарылды.
Көнүҙәк мәсьәләне күтәргән сараны ойоштороуға күп көс һалыусы Әлфиә Илһам ҡыҙы Хәйбуллинаға оло рәхмәтлебеҙ.