Күршеләремә күп балалы ғаилә булараҡ, бушлай ер участкаһы бирҙеләр.
Бүленгән 10 сутый ерҙе барып ҡарағандар ҙа ире, ҡола яланға ҡарап: «Йә, Аллам, ер бар, мин киләһе йыл килгәндә ошонда ҙур итеп йорт ултырт инде»,--тип Аллаһ Тәғәләнән шаяртыу ҡатыш, ихлас та һораған. Был хәлдән һуң арыуыҡ ваҡыт үтә, йәшәгән өйҙәрендә лә төҙөлөш эштәре күп булғас, яңы участкаға аҡса тыҡмай торалар. Бер йылдан ерҙәрен ҡарай барһалар, унда бынамын тигән ҡарағай йорт бураһы ултыра, хатта янында мунсаһы ла бар икән. Быны күреп, ғаилә башлығының да, ҡатынының да күҙҙәре «маңлайҙарына менгән». Ир:«Тәңремдән йорт ҡына һорағайным, бирһә бирә икән, мунсаһын да ҡушҡан»,--ти, аптырап. Һорашырға эргә-тирәлә кеше лә күренмәй. Йөрөп-йөрөп ҡайтып китәләр.
Бер көн кискә ихатабыҙ янына машина килеп туҡтаны ла, эсенән бер оло ғына инәй: «Шулар-шулар ҡайҙа йәшәй»,--тип, һораша башланы. «Машинанан төшә алмайым, аяғым һынған»,--тип тә өҫтәне. Күршемдең инәйе икән. Аяғы һынған инәйенең балалары яңы ҡасабанан ер һатып алып төҙөнә башлағандар. Баҡтиһәң, уларға ер участкаһы һатҡан кеше яңылыш үҙенең биләмәһе урынына, беҙҙең күршеләрҙең ерен күрһәткән дә ҡуйған. Былары йәһәтләп бура ҡуйып, ҡыйыҡлаған, ҡалған ағастарынан мунса ла эшләткән. Кеше ерен һатып алған хужалар күршеләремдең туғаны булып сыҡҡан. Йәштәр күршеләремә һөйләшеүгә үҙҙәре килергә шөрләп, улар яҡшы таныған оло йәштәге инәйен дә ултыртып алып килгәндәр икән. Шулай итеп, аяғы һынған инәй эштәрҙе яйға һалды. Документаль рәүештә һатып алған ер участкаларын күршеләрем исеменә рәсмиләштереп, уларҙыҡын үҙҙәренә күсертеп мәж килделәр. Тағы буш ер менән тороп ҡалған ир Хоҙайҙан был юлы бер нәмә лә һорамаған. Әммә Аллаһ бирһә, ошонда үҙ көсөм менән улыма өй һалам тип әллә нисә мәртәбә ҡабатлаған.
фото интернеттан