+30 °С
Болотло
Йылайыр районы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына сираттағы гуманитар ылауын оҙатты.
Изге эшкә тотош район халҡы тос өлөш индерә. Кемдер иренә, атаһына, ағаһына, олатаһына тәғәйенләп күстәнәс, йылы әйберҙәр бирһә, яҡыны унда булмаһа ла илебеҙ өсөн ауыр мәлдә мәрхәмәтлек сараһынан ситтә ҡала алмаусылар ҙа юҡ түгел.
Был юлы йылайырҙар ылауға аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-ярағы, ҡышҡы әйберҙәр, инструменттар ғына тейәп ҡалманы, күмәк тырышлыҡ менән йыйылған аҡсаға 2 УАЗ автомобиле лә оҙатты.
Һәр кемдең теләге бер—тиерәк еңеү килһен!