АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

ХАЛЫҠ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Депутат үҙ округы халҡы менән осрашып, уларҙы борсоған проблемаларҙы белешеп кенә ҡалманы, уларға «Атайсал» гәзитенә подписка бүләк итте.

ХАЛЫҠ МЕНӘН ОСРАШТЫХАЛЫҠ МЕНӘН ОСРАШТЫ
ХАЛЫҠ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Сентябрь айында Республика Башлығын ғына түгел, урындағы муниципалитеттарға депутаттар ҙа һайланыҡ. Был мөһим Сибай ҡалаһында ла үтте.

Сибай ҡалаһының 2-се округынан, йәғни Төйәләҫ һәм Арҡайым ҡасабаларынан Сибай ҡала Советына «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһам Факил улы Әбделғужин һайланды. Әлеге мәлдә ул, депутат булараҡ, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә, уларҙы борсоған проблемалар менән таныша. Гәзитебеҙҙең 41-се һанында Төйәләҫ ауылы халҡы депутатҡа рәхмәт белдереп өлгөргәйне. Илһам Факил улы урындағы музейҙы ремонтлауға аҡсалата ярҙам итте тип һөйөндө улар.

Күптән түгел И.Ф.Әбделғужин йәнә Төйәләҫ ауылында халыҡты ҡабул итте. Уға 10 кеше төрлө һорау менән килгән. Башлыса ауылды төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, сүп-сар контейнеры урынлаштырыу һәм көслө яуым-төшөм мәлендә биләмәләрҙе һыу баҫыу мәсьәләләрен күтәргән. Илһам Факил улы барыһын да ихлас тыңлап, киләсәктә урындағы етәкселек менән бергә проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә вәғәҙә биргән. Ошондай уҡ осрашыу яҡын арала Арҡайым ҡасабаһында үтәсәк.

Шуныһы ҡыуандыра: депутат Төйәләҫ халҡы менән осрашыу мәлендә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, яугирҙәргә ылау йыйыуҙы ойоштороуға ҙур өлөш индереүсе ағинәйҙәр менән дә күрешкән һәм рәхмәт йөҙөнән уларға «Атайсал» гәзитенә подписка бүләк иткән.

—Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан матбуғат баҫмаһын уҡыһындар, төбәк хәлдәрен белеп торһондар, башҡорт гәзит-журналдарынан айырылмаһындар тигән теләктә 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит бүләк иттем,—тип белдерә Илһам Факил улы.

Депутаттың хәстәре өсөн рәхмәт белдереп, эшендә уңыштар теләйбеҙ!

 

 

 

Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас