Бөтә яңылыҡтар

Кескәйҙәр һалдатҡа хат яҙҙы

Бәләкәстәрҙең хатын яугирҙәр ҡыуанып уҡый...

Кескәйҙәр һалдатҡа хат яҙҙы
Кескәйҙәр һалдатҡа хат яҙҙы

Баймаҡ ҡалаһының «Күбәләк» балалар баҡсаһының тәрбиә-белем биреү эшмәкәрлегенең төп маҡсаттарының береһе—мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа гражданлыҡ тойғоһо, патриотик сифаттар тәрбиәләү. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу йәһәтенән төрлө саралар ойошторола. Балалар баҡсаһында илһөйәрлек тойғоһо һүҙ менән генә түгел, эш менән дә тәрбиәләнә.

«Күбәләк» балалар баҡсаһының  өлкәндәр төркөмөндә «Һалдатҡа хат» акцияһы үтте, уның барышында тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләре менән бергә Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы һалдаттар өсөн хаттар яҙҙы һәм һүрәттәр төшөрҙө. Балалар өйҙән алыҫ торған кешегә ярҙам кәрәклеген, һүрәттәрҙең һәм бүләктәрҙең ҙур көскә эйә булыуын аңлай. Рәсәй хәрбиҙәре беҙҙең хаттарҙы һәм бүләктәрҙе алды ла инде. Беҙ һалдаттарға рәхмәтлебеҙ, уларҙың батырлығына һоҡланабыҙ һәм тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

 

 

Миңзиә Йәнбирҙина, «Күбәләк» балалар баҡсаһы.

Баймаҡ ҡалаһы.

Кескәйҙәр һалдатҡа хат яҙҙы
Кескәйҙәр һалдатҡа хат яҙҙы
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: