Бөтә яңылыҡтар

“Беҙ Өфөгә һәр саҡ ашҡынып киләбеҙ!”

Удмуртияның Сарапул ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Игорь Коренев сараға ҡатыны Ләйлә Ибраһим ҡыҙы менән килгәйне.    

“Спорт берләштерә, илһамландыра, йәшәү дәртен арттыра, төрлө борсолоу-һыҙланыуҙарҙан бер аҙға оноттора. Спорт – ул еңеү һәм еңелеү, тәжрибә туплау, аралашыу, дуҫлыҡ, бер-берең өсөн хәстәрлек күрә белеү...” Бына ошондай фекерҙәргә юлыҡтыҡ бөгөн  Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башкортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә барған Рәсәй Паралимпия комитетының МХО ветерандары өсөн төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы "Беҙҙең заман геройҙары" ярыштарында.

Удмуртияның Сарапул ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Игорь Коренев сараға ҡатыны Ләйлә Ибраһим ҡыҙы менән килгәйне.

- Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә һәр саҡ беҙ ашҡынып киләбеҙ. Бында һәр саҡ ихлас ҡаршылайҙар. Һеҙҙең ваҡ бәлеш, сәк-сәк, әлбиттә, хуш еҫле, шифалы бал һәм тәбиғәт ныҡ оҡшай. Былтыр ҙа Рима Баталова исемендәге Башҡортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары араһында үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашҡайныҡ, быйыл да килдек, – ти Игорь ҡатыны менән. – Башҡортостанда бына ошондай ҙур, иркен махсус спорт үҙәгенең булыуы – һоҡланғыс күренеш. Удмуртияла бындай спорт объекты юҡ. Коляскала хәрәкәтләнгәндәр өсөн бында барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.  

Игорь Олегович ярыштарҙа ултырып волейбол уйнау, уҡ атыу, армрестлинг ярыштарында үҙ көсөн һынаны

- Спорт – бик шәп реабилитациялау сараһы. Спорт менән шөғөлләнгән ветерандар бер-береһе меннән шул тиклем дуҫ, һәр йәһәттән алға ынтылырға тырышалар, даими аралашалар, спорттан йәшәү өсөн дәрт-көс алалар, - ти ветерандың ҡатыны Ләйлә Ибраһим ҡыҙы. – Ирем менән бергә ошондай сараларға йөрөгәс, төрлө ҡалаларҙа төрлө шарттарға юлығырға тура килә. Мәҫәлән, Екатеринбургта булдыҡ. Әммә Өфө һәр саҡ беҙҙе һоҡландыра. Бында мохтаждар өсөн уңайлы мөхит булдырылған, адаптив спорт үҫешкән. Тағы Башҡортостандың баш ҡалаһына ярыштарға саҡырһалар, ихлас киләсәкбеҙ.

Ләлә менән Игорь Кореневтар был спорт сараһының бик шәп, урынлы һәм кәрәкле икәнлеге тураһында һөйләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

 

Автор:
Читайте нас: